Ғаилә тарихындағы һөйөнөслө ваҡиғаға йәштәр балалары менән бергә килде. Ғәҙәттә рәсми кәңәшмәләр, етди һөйләшеүҙәр уҙған ултырыштар залы бала-саға тауышына, шатлыҡлы мөхиткә сорналды. Район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов ғаиләләрҙең сикһеҙ ҡыуанысын ихлас уртаҡлашты.— Бөгөн 15 ғаилә өсөн иҫтәлекле көн. «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» дәүләт програм-маһы сиктәрендә таныҡлыҡ алыу хөкүмәт тарафынан күп балалы йәш ғаиләләргә бирелгән ҙур ярҙам, — тине Илдар Таһир улы. — Һеҙҙе ҡотлайым, аҡсаны маҡсатҡа ярашлы тотоноп, өйҙәрегеҙҙе һалып бөтөгөҙ. Киләсәктә лә татыу, берҙәм ғаиләләр булып, тыуған районығыҙ мәнфәғәтендә файҙалы эштәр атҡарып йәшәргә яҙһын.
Кемдәр ул бәхетлеләр? Өсәр-дүртәр ҡыҙҙар һәм малайҙар — береһенән-береһе бәләкәй балаларын етәкләп йәки күтәреп сығыусы йәш ата-әсәйҙәр, ысынлап та, бәхеттең етенсе ҡатында ине. Миллион һум ярҙам көн дә эләкмәй бит. Райондың төрлө ауылдарында нигеҙ ҡорған йәш ғаиләләр: Асҡарҙан Зилә менән Иштимер Мансуровтар, Юлиә менән Ғаяз Шакировтар, Юлдаштан Сөмбөл менән Артур Ғафаровтар, Яңауылдан Гөлнәзирә менән Азат Әлибәковтар, Әбйәлилдән Динара менән Жуматай Пшембаевтар, Ту-паҡтан Гөлиә менән Арсен Суфияновтар, Роза Фәйзуллина, Хәмиттән Әлиә менән Наил Ҡасимовтар, Регина менән Динар Ғәҙелшиндар, Туйыштан Ләйсән менән Ғәзим Шаһияздановтар, Гусевтан Нурзиә менән Данир Хөшшәмовтар, Ташбулаттан Азалия Бадалова, Амангилденән Резида менән Инсаф Ямаловтар, Бикҡолдан Линара менән Фәнис Бараковтар, Тал Ҡусҡарынан Сулпан менән Илдар Ямаловтар район башлығы ҡулынан сертификат алды. Һәр ғаиләгә, кеше һанына ҡарап, 970 мең һумдан алып 1 миллион 100 мең һумға тиклем матди ярҙам бирелде. Йортло-ҡыйыҡлы булам тип, тырышып-тырмашып үҙ донъяларын ҡорорға ынтылған ғаиләләргә хөкүмәттән бындай бүләк бирелеүе бик шәп. Ауылдарҙа заманса, зауыҡлы, күркәм йорттар хасил булыр тигән ышаныс белдерелде.