+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
18 Октябрь 2019, 12:20

Юлдарҙы эшһөйәрҙәр һала

Октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә.

Октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә.

86 йыллыҡ бай тарихҡа эйә Әбйәлил юл-ремонт төҙөлөш идаралығы эшсәндәре һөнәри байрамдарын йылдағыса ҙур хеҙмәт ҡаҙаныштары, тигеҙ юлдар һәм юлаусылар алдында таҙа намыҫ менән ҡаршылай. Бөгөн райондың юл тармағында 115 кеше хеҙмәт көсөн һала. Р. Л. Аҡсурин етәкселегендәге ҙур коллектив бихисап бүлек-участкаларҙан тора: план-производство, баш механик, иҡтисад, кадрҙар бүлектәре, бухгалтерия, асфальт-бетон заводы, таш онтау цехы, ремонт оҫтаханаһы, электроцех, юлдарҙы ҡарау участкалары, асфальт һалыусылар бригадаһы һәм башҡалар. Улар үҙ-ара эҙмә-эҙлекле бәйләнештә барыһы бергә бер бөтөндө тәшкил итеп, Әбйәлил юлдарының торошо, төҙөклөгө өсөн яуаплылыҡ тота.Ағымдағы йылдың туғыҙ айында 195898 һумлыҡ эш күләме башҡарылған. «Дәүләт – Әлмөхәмәт – Магнитогорск ҡалаһы ситенән урап үткән автомобиль юлы» объектында 75 миллион һумға төҙөлөш эштәре атҡарылған. Был объектта бригадирҙар Нуриман Ихсанов һәм Марат Фәттәхов етәкселегендә автогрейдер машинисы Динар Абдуллин, бульдозерҙа Рәшит Дауытбаев, экскаваторҙа Вадим Әмиров һөҙөмтәле эшләгән. Водителдәр Линар Ҡужин, Кәбир Баймөхәмәтов, Риф Суфиянов КамАЗ машиналарында меңәрләгән тонна тупраҡ, ҡырсынташ ташыған.

Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск юлы ремонтланған, әлеге ваҡытта Ташбулат станцияһы – Байым йүнәлешендә асфальт түшәлә. Был автомобиль юлы киләсәктә районды Белорет, Учалы райондары менән тоташтырасаҡ. Төҙөлөш материалдарын ташыуҙа Илфат Ишбулатов, Фәрит Суфиянов, Ирек Рыҫҡужин, Рәғип Насибуллин айырыуса етеҙлек күрһәтә.

ДРСУ-ның асфальт-бетон заводы йыл башынан 20 мең тоннанан ашыу асфальт етештергән. Ишкилделәге таш онтау цехы ла уңышлы эшләй, юлдар төҙөү һәм төҙөкләндереү, асфальт-бетон ҡатнашмаһы етештереү өсөн 9 айҙа 42 мең тоннанан ашыу фракциялы ҡырсынташ әҙерләнгән. Цехта Рәсүл Хәмзин ҡулы аҫтында Ирек Зарипов, Илнур Мостафин, Милхәт Кирәев, Илдар Дәүләтшин, Мәжит Шаһивәлиев, Руслан Йыһаншин тырышып эшләй.

Тәжрибәле мастер Салауат Хәлитовтың аҡыллы күрһәтмәләре һәм асфальт түшәүселәр бригадаһы эшселәре Ринал Дәүләтбирҙин, Рамил Ҡаҙаҡбаев, Азамат Яхин, Вадим һәм Артур Лобановтарҙың эшһөйәр ҡулдары менән көҙгөләй шыма юлдар һалына.

Район юлдарының йыл әйләнәһенә таҙа, ҡараулы булыуын мастерҙар Ирәмән Әхтәмов, Ғәзиз Ғәбитов, Әхәт Низамов етәкләгән участкалар юлсылары тәьмин итә. Юл билдәләре урынлы ҡуйылған хәүефһеҙ юлдарҙан елдергәндә сәфәребеҙҙең уңайлы шарттарҙа, имен үтеүе өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт иткән ир-уҙамандар — Мәүлит Абдуллин, Ҡадир Ғәбитов, Тимерхан Сөләймәнов, Данил Хөснитдинов, Илфат Ямалов, Миңлеғәле Ғәҙелшин, Таңатар Ғарипов, Вәкил Фәхрисламов, Ғиззәт Ғималовтарға рәхмәтле булырға тейешбеҙ.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Д. САФИУЛЛИНА фотоһы.

Читайте нас: