+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
22 Октябрь 2019, 17:28

Ауылдарҙы төҙөкләндереүгә етди иғтибар бирелә!

Уҙған йыл Дауыт ауылының урамдарына бағаналарға яҡтыртҡыстар ҡуйылғайны.

Уҙған йыл Дауыт ауылының урамдарына бағаналарға яҡтыртҡыстар ҡуйылғайны.
Хәҙер ауыл тәүлектең ҡараңғы мәлендә лә ҡалалай балҡып ултыра.
Ошо көндәрҙә Үҙәк урамдың соҡор-саҡырлы булып, күптән ремонт күрмәгән юлына урын-урыны менән таштар түшәлде.
Шулай уҡ ауыл осонда элеккеһе урынында өр-яң туҡталыш хасил булды. Район юл ремонт-төҙөлөш идаралығы эшсәндәре туҡталышты ҡуйып, матур итеп буяп та ҡуйҙы. Был автобус көткән ололар өсөн дә, балалар өсөн дә оло ҡыуаныс.
Читайте нас: