+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
22 Октябрь 2019, 11:48

Дауахана яңы төҫ алды

Асҡар үҙәк район дауаханаһында ағымдағы йылда байтаҡ төҙөкләндереү эштәре башҡарылды.

Асҡар үҙәк район дауаханаһында ағымдағы йылда байтаҡ төҙөкләндереү эштәре башҡарылды.

Балалар поликлиникаһы үҙәк дауахананың иң тәүге төҙөлөштәренең береһе. Шуғалыр ҙа бинаның һыуыҡ булыуына табиптар ғына түгел, пациенттар ҙа күптән зарлана ине.Быйыл йәй был тәңгәлдә ыңғай үҙгәрештәр булды. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан бүленгән аҡсаға элек ел үтә өрөп торған иҫке тәҙрәләрҙең барыһы ла пластикка алмаштырылды. Шулай уҡ бина тышҡы яҡтан заманса төҫ алды: төҙөүселәр уны йылытыу материалдары менән көпләп, матур итеп буяп ҡуйҙы. Балалар поликлиникаһы бөгөн әллә ҡайҙан матур булып балҡып ултыра.

Бынан тыш, үҙәк дауахананың бүлексәләрендә лә ағымдағы ремонт үткән, иҙән-стеналар яңыртып буялған. Дауалау учреждениеһының күптән ремонт талап иткән һыу системаһы яңыртылған. Өс ҡатлы бинаның терапия һәм инфекция бүлексәләре, поликлиника урынлашҡан өлөшөндә һыу һәм канализация системаһы тулыһынса алмаштырылған.

Пациенттарға уңайлыҡтар тыуҙырыу маҡсатында бөтә анализдарҙы хәҙер бер урында, поликлиниканың беренсе ҡатында тапшырыу ойошторолған. Ошонда уҡ дежур табип кабинеты, тәүге ашығыс ярҙам һәм процедуралар бүлмәләре булдырылған. Бәҙрәфтәр эшләнгән, инвалидтар өсөн айырым бүлмә бар.

— Ауырыу кешегә бер ҡаттан икенсеһенә йөрөп, анализдар биреүе ҡыйынға тура килә ине. Бына хәҙер барыһы ла бер урында. Кәрәк икән укол да эшләтергә мөмкин. Беҙҙең хаҡта уйлап, уңайлыҡтар булдырған дауахана етәкселегенә рәхмәтлебеҙ, — ти пациенттар.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас: