+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
25 Октябрь 2019, 13:59

Мәктәп икенсе һулыш ала

Ҡырҙас урта мәктәбендә капиталь ремонт тамамланыуға бара. Белем усағы йылы, яҡты, хәүефһеҙ һәм уңайлы буласаҡ.

Ҡырҙас урта мәктәбендә капиталь ремонт тамамланыуға бара. Белем усағы йылы, яҡты, хәүефһеҙ һәм уңайлы буласаҡ.

Мәктәп ремонтҡа ябылһа ла, Ҡырҙас уҡыусылары ғәҙәттәгесә 1 сентябрҙән уҡырға төштө. Дәрестәр ваҡытлыса ауыл биләмәһе хакимиәтендә, мәҙәниәт йортонда, китапханала, хатта мәсеттә алып барыла, башланғыс кластар иһә Әхмәткә йөрөп уҡый. Бары мәктәпкәсә төркөмгә йөрөүсе бәләкәстәр генә әлегә өйҙә. Уңайһыҙ булһа ла, был мәшәҡәттәрҙе балалар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр сабыр аҡыл менән, аңлап ҡабул итә. Сөнки тиҙҙән заманса төҫ алған, яңыртылған мәктәп ишектәрен асасаҡ. Ҡырҙастар был ваҡиғаны оҙаҡ көттө. 1978 йылда сафҡа ингән мәктәпкә, йомшаҡ япмаһынан һыу үтеү сәбәпле, ҡыйығын яңыртыу, көньяҡ вариантта эшләнгәнлектән ел үтә-атма өрөп торған тәҙрәләрҙе, уйымдарын бәләкәсәйтеп, пластикка алмаштырыу, оҫтахананы айырым бинаға күсереп, уны ашхана итеп ҡулайлаштырыу кеүек иң көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙән башҡа ҙур ремонт үтмәгән. Әле барғаны мәктәпте тотошлайы менән ялмап алған һәм үҙгәрештәр ҙә бик елле буласаҡ.

Ремонтты, тендерҙа еңеп сыҡҡан, Сибай ҡалаһынан «Жилстрой» ЯСЙ-һы башҡара. Был маҡсатта 9,5 миллион һум аҡса бүленгән. Объектта 25 төҙөүсе, шул иҫәптән балта оҫталары, иретеп йәбештереүселәр, электриктар, штукатур-малярҙар һәм башҡалар эшләй.

Үҙгәрештәр тураһында һүҙҙе урам яҡтан башлайыҡ. Ауылға ингәндә юлдан уҡ икенсе төҫ алған фасад иғтибарҙы йәлеп итә. Төҙөүселәр мөһабәт бинаны тыштан минераль плиталар менән ҡаплап сығып, металлосайдинг менән көпләүҙе тамамлау өҫтөндә. Мәктәп матур ҙа, йылы ла буласаҡ.

Август башында киң ҡолас алған ремонтҡа башта бик аҙ ваҡыт бирелһә, эштәр күләменең ҙурлығы объектты файҙаланыуға тапшырыу мөҙҙәтен оҙайтырға мәжбүр иткән. Демонтажға ғына байтаҡ ваҡыт сарыф ителгән: иҫке электрүткәргестәр, йылылыҡ батареялары һәм торбалары, иҙән таҡталары тулыһынса һүтеп алынған. Бөтә ерҙә лә стеналар тигеҙләп һыланған. Коридорҙа һәм фойела 408 квадрат метр керамогранит түшәлгән, ошонда уҡ түшәм армстронг менән көпләнгән. Уҡыу бүлмәләрендә, бинаның цоколь ҡатында урынлашҡан мәктәпкәсә төркөмдә — йәмғеһе 901 квадрат метр майҙанда шпунтлы таҡтанан иҙән һалыу тамамлана, сиратта спорт залы ғына ҡалған. Бүлмә ишектәре яңыртылған. Мәктәп яҡты ла буласаҡ — электрҙы әҙ сарыф итеүсе, әммә яҡтылыҡ таратыу яғынан ҡеүәтлерәк диодлы лампалар менән йыһазландырыу дауам итә. Хәүефһеҙлек буйынса талаптар ҡәтғи үтәлә.

— Янғынға ҡаршы торошло өс тимер ишек ҡуйылды. Уларҙың икәүһе — төп бинанан һәм спорт залынан урамға сығыусы эвакуация ишеге булһа, берәүһе щитовойға урынлаштырылды. Һәр ҡаттағы баҫҡыс майҙансыҡтарында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, тауышты изоляциялау маҡсатында пластик ишектәр ҡуйыласаҡ, — ти төҙөлөш ойошмаһының производство-техник бүлеге хеҙмәткәре Ишдәүләт Хәлисов.

Мәктәп төҙөлгәндә үк өс ҡатта ла санузел проектланһа ла, канализация системаһының дөрөҫ ҡоролмауы арҡаһында 40 йыл дауамында ул бер тапҡыр ҙа тәғәйенләнеше буйынса эшләмәгән, был бүлмәләр келәт, китаптар һаҡлау урыны булараҡ файҙаланылған. Бәҙрәф тышта — мәктәп ихатаһында булған. Был мәсьәлә лә үткән заманда тороп ҡаласаҡ, ҡулйыуғыстарҙан хатта йылы һыу ағасаҡ.

Фойела пластик тәҙрәле яңы гардероб ҡорола. Айырым бүлмәне тәшкил иткән элеккеһе китапхана итеп үҙгәртеләсәк.

— Ремонт тамамланыуға бара. Ошо көндәрҙә торбаларға һыу ебәреп, йылылыҡ бирәсәкбеҙ. Унан иҙән-стеналарҙы буяу эштәре генә ҡала. Бригада мөмкин булғанса йылдам эшләй, — ти мастер Ринат Әхтәмов.

Көҙгө каникулдан һуң мәктәп уҡыусыларҙы ҡабул итеүгә әҙер булыр, тигән ышаныста учреждение директоры М. И. Ильясов. Түҙгәнгә — түш, тиҙәр. Тиҙҙән 120 уҡыусы һәм 23 мәктәпкәсә йәштәге бала ремонттан һуң икенсе һулыш алған совет дәүере төҙөлөшө икәнен хәтер генә һаҡлаған яңыртылған мәктәпкә аяҡ баҫыр.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: