+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
1 Ноябрь 2019, 12:06

Ҡырҙас урамдары матурая

Район юлсылары Ҡырҙас ауылының ике урамына асфальт һала башланы.

Көҙ булыуға ҡарамаҫтан Ҡырҙаста эштәр ҡайнап тора. Урта мәктәптә капиталь ремонт бара, тыштан металлосайдинг менән көпләнгән бина әллә ҡайҙан балҡып иғтибарҙы йәлеп итә. Ошо көндәрҙә ауыл халҡы тағы ҡыуаныс кисерҙе. Район юлсылары Ҡырҙас ауылының ике урамына асфальт һала башланы. Республика бюджетынан бүленгән 8 миллион һумдан ашыу аҡсаға Мәктәп һәм С. Юлаев урамдарына 800 һәм 900 метр оҙонлоҡтағы асфальт түшәләсәк. Юлдарға ҡаты япма түшәр алдынан әҙерләп, ҡырсынташ менән тигеҙләүҙә Нуриман Ихсановтың бригадаһы йөрөй. Иштимер Кинйәбулатов автогрейдерҙа, Ришат Баймөхәмәтов виброкаток менән тигеҙләй. Асфальт һалыуҙа бригадир Вадим Лобанов етәкселеге аҫтында машинист Ринал Дәүләтбирҙин, катоклаусы Ғаяз Шаһимәрҙәнов, Сибәғәт Әхмәтғәлин, эшселәр Артур Лобанов менән Рамил Ҡаҙаҡбаев көндө төнгә ялғап, алһыҙ-ялһыҙ эшләй.

ДРСУ-ларҙың ауылда «халыҡ контроле» уяу эшләй. Ҡапҡа алдында эшселәрҙең йылдам эшен һоҡланып ҡарап, ҙур техникалар шауынан ҡурҡмай, шул тирәлә өйөрөлгән, ҡатҡан микән тип асфальтты тотоп ҡараған инәй менән һөйләшәбеҙ.

— Ҡасандан бирле ошо соҡор-саҡырлы юлдар менән интектек. Яҙлы-көҙлө бысраҡ булһа, йәй буйы юл туҙаны ялҡытты. Тәҙрәләрҙе асырлыҡ та түгел ине, — ти Мәктәп урамында йәшәүсе Ғәлимә Асҡарова. — Егеттәр маладис, бер нисә көн эсендә юлды асфальтлап та ҡуйҙылар, иртә менән киләләр, сәғәт һигеҙҙә үк ҡырсынташ түшәй башлайҙар, ҡараңғыға тиклем асфальт йәйәләр. Ошо урамдарҙа йәшәүселәрҙән ҙур рәхмәт, уларға уңыштар юлдаш булһын.

Динара САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: