-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
18 Ноябрь 2019, 10:48

Ихаталар бөгөн күркәм, төҙөк

Бөгөн балаларҙы урамдан өйгә лә ҡайтарып булмай, хәҙер уларға интернет та кәрәкмәй, телевизорҙы ла һирәк кенә тоҡандырабыҙ.

“Бөгөн балаларҙы урамдан өйгә лә ҡайтарып булмай, хәҙер уларға интернет та кәрәкмәй, телевизорҙы ла һирәк кенә тоҡандырабыҙ. Рәхәтләнеп яңы, заманса балалар майҙансығында уйнайҙар”, – тип ҡыуана Николо-Березовка ауылының Юл урамындағы 40-сы һәм 40/1-се йорттарҙа йәшәгән ата-әсәләр.

Шөкөр, Краснокама райо­нын­да “Башҡортостан ихаталары” программаһы буйынса йорт яны биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Юл урамында урынлашҡан 40-сы һәм 40/1-се йорттарҙа йә­шәү­селәр был проектты тор­мошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡат­наш­ҡан. Төҙөкләндереү эштә­ренә, мәҫәлән, дүрт миллион һум аҡса тотонолоп, был сум­маның бер өлөшөн ошо йорттарҙа йәшәүселәр индергән, күпселек өлөшө иһә республика һәм муниципалитет бюджетынан сарыф ителгән.

Төҙөкләндереү проекты ме­нән йорт хужалары былтыр уҡ танышып, дөйөм йыйылышта тауыш биргән. Бөгөн ошо өй­ҙәрҙә йәшәүселәр үҙҙәре йый­ған аҡсаның файҙалы һәм маҡсатлы ҡулланылыуын кү­реп, күп йылдар был йорт яны билә­мә­ләре төҙөклән­дерелмәүен билдәләне. Улар белдере­үен­сә, ихатала асфальт һалын­ма­ғас, яҙ-көҙ айҙарында кеше үтә алмаҫлыҡ бысраҡ булған. Автомобиль ҡуйырға майҙан­сыҡтар ҡарал­мағас, машина хужалары “тимер ат”тарын га­зонға ла ҡу­йырға тартынмаған. Ә балалар уйнарға күрше йорт янындағы майҙансыҡҡа йөрөгән.

Ысынлап та, йорт ихаталары күҙгә күренеп матурайған, һәр ерҙә таҙалыҡ, бөхтәлек. Сүп-сар һауыттары яңыр­тылып, уңайлы эскәмйәләр урынлаштырылған. Әле асфальт йәйелгән урамдарҙан, тротуарҙарҙан аяҡ кейемен бысратмай ғына үтергә мөмкин. Автомобилселәр ҙә иркен тын алған, хәҙер ихатаға бер ниндәй проблемаһыҙ, тип-тигеҙ асфальт юлдарҙан инергә мөм­кинлек тыуҙырылған. Машинаны ҡайҙа ҡуйырға икән тип баш ватырға кәрәкмәй, ике йортҡа элекке 10 машина урынына бө­гөн 40 автомобиль һыйҙы­рышлы туҡталҡа барлыҡҡа килгән.

Төҙөкләндереү эштәрен “Инфодорстрой” йәмғиәте баш­ҡарған. Әлбиттә, планға инде­релгән эш күләме ҙур булған, бынан тыш эш барышында планлаштырылмағандары ла килеп өҫтәлгән. Ҡыуаныслы: төҙөүселәр халыҡтың бар мәнфәғәттәрен, теләктәрен дә иҫәпкә алырға тырышҡан. Әйткәндәй, тротуарҙарҙы төҙөкләндереү программа буйынса ҡаралмаһа ла, уны ла рәткә килтергәндәр. Подъезға инеү юлдары ла яңыса төҫ алған. Тағы ла контейнер майҙансығында тәгәрмәсле кон­тейнерҙар урынлаштырылып, тирә-яғы уратып алы­насаҡ.

Әлбиттә, балалар айырыуса шатлана, резина ҡап­ланған уйын майҙансығы – ихатаның биҙәге. Күңел асыу өсөн бөтә шарттар булдырыл­ған, заманса уйын комплекстары һәр бала­ның зауығына яуап бирә. Ет­мәһә, тирә-яғы тимер ҡоймалар менән уратылған. Проект нигеҙендә был йорттарҙа элекке лампаларҙы заманса све­то­диодлыһына алмаш­тырған­дар. Видеокүҙәтеү камералары ҡуйылған. Яҙмаларҙы “Мой умный дом” ҡушымтаһы ярҙа­мында кеҫә телефонынан да ҡарарға була.

– Ихаталарыбыҙ яңы һулыш кисерҙе, шөкөр, республика, ра­йон етәкселегенә оло рәх­мәтлебеҙ, – ти йорт хужалары. – Балаларыбыҙ өсөн дә хәҙер бошонмайбыҙ, берәй машина төкөп китмәһен берүк, тип ҡай­ғыраһы түгел, сөнки майҙансыҡ тимер ҡоймалар менән уратылған.

Ихата киләсәктә лә ошо тирәлә йәшәүселәрҙең яратҡан урынына әүерелһен, тормоштары тағы ла күркәмерәк булһын әйҙә.

Краснокама районы.

Читайте нас: