-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
29 Ноябрь 2019, 13:19

Һөҙөмтәле проекттар ғәмәлдә саҡта

2018 йылдан бойомға ашырылыусы «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» проекты буйынса беҙҙең районда ла күҙгә элерлек аныҡ миҫалдар бар.

Ауылда ҡаласа мөхит булдырып буламы? Була! 2018 йылдан бойомға ашырылыусы «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» проекты буйынса беҙҙең районда ла күҙгә элерлек аныҡ миҫалдар бар.

Әгәр торама пунктта йәшәүселәр һаны бер меңгә тулһа, был ауыл проектта ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Проект эшләй башлағаны бирле районда бер нисә ауыл биләмәһе үҙәгендә йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелде лә инде. Былтыр Михайловка, Йәнгел, Сиҙәм ауылдарына ял парктары һәм скверҙар йүнәтелде. Исеме генә парк булған, ғәмәлдә ағас баҫҡан ташландыҡ баҡсаны хәтерләткән ял итеү биләмәләре танығыһыҙ булып үҙгәрҙе. Уларҙы бөтә йәштәге граждандарға ла ярашлы итеп йыһазландырыу күҙ уңында тотолдо. Кескәйҙәр өсөн айырым уйын майҙансығынан башлап, әүҙем ялды үҙ итеүселәргә спорт мөйөшө, воркаут зонаһы булдырылды, асыҡ һауа аҫтында уҙғарыласаҡ саралар өсөн сәхнә ҡоролдо, ял итеүселәр һәм тамашасылар өсөн эскәймәләр, биләмә яҡты һәм таҙа булһын өсөн яҡтыртҡыс лампалар, сүп-сар һауыттары ҡуйылды. Ағымдағы йылда иһә федераль ҡаҙнанан 15 миллион һумдан ашыу аҡса үҙләштерелеп, был саралар Гусев, Красная Башкирия, Хәлил һәм Ишҡол ауылдарында ял итеү урындарын төҙөү һәм төҙөкләндереүгә йүнәлтелде. 2020 йылда проектта район үҙәгенең Төньяҡ биҫтәһе һәм Ташбулат ауылы ҡатнашырға иҫәп тота.

Башҡортостан Башлығы Р. Ф. Хәбировтың инициативаһы буйынса республикала быйылдан күп ҡатлы йорттар урынлашҡан квар-талдарҙы һәм подъездарҙы тәртипкә килтереү буйынса тағы ла ике проект тормошҡа ашырыла башланы. «Башҡорт ихаталары» ихата биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү программаһы буйынса районда быға тиклем ҡот осҡос хәлдә булған Красная Башкириялағы 11 торлаҡ йортто үҙ эсенә алған ҙур ихата биләмәһе төҙөкләндерелде. Программа шартына ярашлы, дөйөм сумманың 1 процентын ошо йорттарҙа йәшәүселәр софинанслай. Красная Башкирияла төҙөкләндереү эштәре бөтәһе 9 миллион һумға төшһә, шуның 90 меңен халыҡ индергән, ҡалған 8,91 миллион һумы – хөкүмәттеке. Ихатаның дөйөм майҙаны 10 мең квадрат метр тәшкил итә. Кварталда балалар өсөн резина япма түшәлгән заманса уйын комплексы, спорт майҙансығы төҙөлдө, ихата эсендәге юлдарға асфальт түшәлде, йорт алдарында машиналар өсөн парковкалар булдырылды. Саф һауа һуларға тышҡа сығыусылар өсөн ишек алдарына эскәмйәләр ҡуйылды. Ҡараңғы ваҡытта ла йөрөргә ҡурҡыныс түгел хәҙер, квартал төндә балҡып тора. Киләһе йылда ошондай уҡ яҡшы үҙгәреш Йәнгелдә көтөлә. Бында Мәктәп урамы буйынса 6-сы, Ленин урамының 2-се, 4-се, 6-сы, 8-се, 10-сы, 12-се йорттары ҡараған ихата биләмәһе төҙөкләндереләсәк.

Күп ҡатлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау программаһы буйынса быйыл йәй район үҙәгенең Киров, Учалы урамдарына ҡараған өс, Красная Башкирияла, Йәнгелдә, Үләнделә берешәр йортта бөтәһе 10 подъезд тәртипкә килтерелде. 2020 йылдың планына Асҡарҙа Шайморатов урамы, 12, Учалы урамы, 14, Красная Башкирияла Үҙәк урам, 5, Йәнгелдә Мәктәп урамы, 6, Сиҙәмдә С. Истамғәлин урамы, 3 адрестары буйынса тағы ла 8 подъезды ремонтлау индерелгән.

Шишәмбе Өфөлә «Ҡала мөхите» тип исемләнгән төбәк партия форумы уҙҙы. Унда сығыш яһаусы БР Башлығы Р. Ф. Хәбиров «Заманса ҡала мөхите булдырыу» — партияның иң һөҙөмтәле эшләгән проекттарының береһе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уға ярашлы, ағымдағы йылда федераль бюджеттан республикаға бүленгән 1 миллиард 400 миллион һум күләмендәге матди сараға һәр ҡалала һәм районда йәмәғәт урындарын төҙөкләндереп булды, тине Радий Фәрит улы.

Фекер алышыуҙарҙа сығыш яһаусы РФ Дәүләт Думаһы депутаты З. З. Байғусҡаров 2020 йылға парктар һәм скверҙарҙы төҙөкләндереү проектына балалар өсөн светофорҙар һәм юл билдәләре менән йыһазландырылған автоҡаласыҡтар төҙөү тәҡдимен әйтте. Унда мәктәп уҡыусыларын, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәрен, ғөмүмән, бөтә балаларҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә өйрәтергә мөмкин буласаҡ. Тәҡдим бер тауыштан хупланып, форумдың резолюцияһына индерелде. «Әгәр автоҡаласыҡтарҙа уйын аша юлда йөрөү ҡағиҙәләренә өйрәнеү һөҙөмтәһендә исмаһам бер баланың ғүмерен йәки юл-транспорт фажиғәләрендә йәрәхәтләнеүҙәрҙән һаҡлап ҡала алһаҡ, тимәк, быны бушҡа эшләмәгәнбеҙ», — тип яҙҙы Зариф Закир улы был хаҡта «Бәйләнештә» сайтындағы диуарында.

Төҙөкләндереләсәк парктар һәм скверҙарҙы, ихаталарҙы, подъездарҙы билдәләү, проекттарҙа ҡатнашыу урындағы халыҡтың әүҙем позицияһынан, инициативаһынан һәм йылғырлығынан тора. Проекттар ғәмәлдә саҡта ҡатнашып ҡалығыҙ!

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: