+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
3 Декабрь 2019, 16:29

Халыҡ әүҙем ҡушылды

Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проекттары буйынса быйылғы объекттар сафҡа индерелде һәм киләһе йылға ППМИ ярҙамында ниндәй эштәр атҡарыу мөмкинлеге хаҡында һөйләшеү өсөн ауылдарҙа йыйындар үтә башланы.

Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проекттары буйынса быйылғы объекттар сафҡа индерелде һәм киләһе йылға ППМИ ярҙамында ниндәй эштәр атҡарыу мөмкинлеге хаҡында һөйләшеү өсөн ауылдарҙа йыйындар үтә башланы.

Иң тәүге һөйләшеү Күсем руднигы мәктәбендә уҙҙы. Улар урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проектында беренсе тапҡыр ҡатнашмай. Ташбулат ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Динис Таһиров проект ярҙамында Ташбулатта клуб ремонтланыуы, биләмәгә трактор алыныуы, Үләнделә ҡатлы йорттарға һыу үткәрелеүе, Айыуһаҙыла зыярат яңыртып кәртәләнеүе, Күсем руднигында, Күсемдә урамдар яҡтыртылыуы хаҡында һөйләп үтте.

Район башлығының иҡтисади үҫеш буйынса урынбаҫары И. Ә. Хәсәнов проекттың төп кураторы булараҡ уның урындарҙа мөһим проблемаларҙы хәл итеүҙәге роле тураһында бәйән итте.

— Беҙҙең районда алты йыл эсендә 91 ауылдың 64-е проектта ҡатнашты. Был эштәрҙең дөйөм суммаһы 40 миллион һумға баҫты. Уның 70 проценты республика бюджетынан финансланһа, унышар проценты халыҡтан, бағымсыларҙан йыйылды, ҡалған 10-ы ауыл йәки район ҡаҙнаһынан бүленде, — тине Ирек Әҙеһәм улы. — Проект ярҙамында ауылдарҙа урамдар яҡтырҙы, зыяраттар яңынан кәртәләнде, мәктәп, клубтар ремонтланды.

Конкурс шарттарын теүәл үтәп, еңеп сыҡҡанда бер объектҡа республиканан бер миллион һумғаса алыу мөмкинлеген аңлатты ул. Проектта ҡатнашырға теләүселәр күп: ағымдағы йылда 900-гә яҡын заявка бирелгән һәм уларҙың 550-һе генә конкурста еңгән.

Күсем руднигы халҡы бер тауыштан киләһе йылда ППМИ-ла ҡатнашырға хәл итте. Фекер алышыу ҡыҙыу һәм оҙаҡ барһа ла күпселек тауыш менән урта мәктәптең тәҙрәләрен яңыртырға булдылар. 1989 йылда төҙөлгән белем усағы капиталь ремонт күргәне юҡ, тәҙрәләр иҫке, шунлыҡтан бинала һыуыҡ. Ауылдың иң әүҙем, яуаплы кешеләренән инициатива төркөмө ағзалары һайланды, улар конкурсҡа доку-ментация әҙерләү, аҡса йыйыу, эш барышын контролдә тотоу кеүек мөһим эштәрҙе башҡарасаҡ.

Байымдың мәҙәниәт усағына йыйылған Туйыш ауылы халҡы алдында башлыҡ урынбаҫары Ирек Хәсәнов менән район Советы секретары Булат Исламбаев һүҙ тотто. Улар урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә проекттың әһәмиәтле булыуын билдәләп, ауыл халҡын мотлаҡ ҡатнашырға саҡырҙы. Байым ауыл биләмәһе башлығы Йәлил Зәйтүнов сығыш яһаны.

— Беҙҙең биләмәлә урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проекты буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды. 2014 йылда Байымда обелиск яңыртылды. 2015 йылда ике проект үтте — Рәхмәттә 40 лампа ҡуйылды һәм Байымда хоккей майҙансығы эшләнде. 2016 йылда Туйышта 4 саҡрым юлға ҡырсынташ түшәлде, 2017-лә Аһылайҙа зыярат яңынан кәртәләнде. Былтыр Байымда — 129, быйыл Яңы Балапанда 70 лампа ҡуйылып, ауыл урамдары яҡтырҙы, — тине Йәлил Насип улы. — Төбәк халҡын борсоған проблемаларҙы хәл итеүҙә проекттың ярҙамы ғәйәт ҙур. Шуға мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай, ҡатнашырға һәм ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса кәрәкле эштәрҙе башҡарып ҡалырға кәрәк.

Ауыл Советы депутаты Марс Сәйетғәлин башлыҡтың һүҙҙәрен йөпләп, үҙенең фекерен еткерҙе.

— Туйыш ауылы һуңғы осорҙа күҙгә күренеп матурайҙы: урамдар яҡтырҙы, ҡырсынташ түшәлде. Ҡараташ урамында йәшәүселәргә газ үтеүе оло ҡыуаныс булды. Күптән көтөлгән асфальт юл һалынды, — тине Марс Мөҙәрис улы һәм ауылдаштарына зыяратты яңынан кәртәләү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте.

Башҡалар ҙа уның тәҡдимен күтәреп алып, бер тауыштан зыяраттың ҡоймаһын яңыртыу өсөн ризалыҡ бирҙе. Оҙонлоғо 890 метр тәшкил иткән кәртәне сетка менән уратып алыуға яҡынса 857 мең һум аҡса китәсәген иҫәпләп, 151 йорттан торған Туйыш ауылында һәр өйҙән 600 һум аҡса йыйырға тура киләсәген әйттеләр.

Таштимер халҡы ППМИ-ла дәррәү ҡатнашырға әҙерлеген белдереп, клубҡа шығырым тулғайны. Ысынлап та, биләмәлә алты йыл эсендә һиҙелерлек эштәр башҡарылған. 2014 йылда Михайловка мәҙәниәт усағына капиталь ремонт яһалған, артабанғы йылдарҙа Салауат, Йәлембәт, Ҡужан клубтары ремонтланған. Былтыр Тупаҡ зыяраты яңынан кәртәләнһә, быйыл Михайловкала урамдар яҡтырған.

— Был ысынлап та халыҡ проекты. Ауылдарҙа йәшәүселәр үҙҙәре өсөн мөһим булған эште һайлай, үҙенең көсө, аҡсаһы ингәнгә, һуңынан ул объектҡа ҡарата хәстәрлекле, хужаларса ҡараш та була, — тип белдерҙе Ирек Хәсәнов таштимерҙәр алдында. — Һеҙ ҙә бөгөн үҙегеҙҙе борсоған берәй проблеманы хәл итеү өсөн эш башлай алаһығыҙ.

Фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар мәҙәниәт усағының шыҡһыҙ, иҫке булыуын әйтеп, клубты ремонтлау тәҡдиме менән сығыш яһаны. Зыяратты кәртәләү ҙә изге эш, мәңгелек йортто тәртипкә килтерәйек тиеүселәр ҙә булды. Шулай ҙа күмәкләп бер фекергә килеп, бер тауыштан клубты ремонтларға хәл иттеләр. Яҡынса бер миллион ике йөҙ мең һум буласаҡ ремонт хаҡы, унда халыҡтың өлөшө 124 мең һум (15 процент) тәшкил итергә тейеш. Таштимерҙә 200 йорт, тимәк өй башына 700 һумдан тура килә. Йыйындағы халыҡ булғас булһын, 1000-әр һум йыяйыҡ тип үҙҙәре иғәнә күләмен арттырырға тәҡдим итте. «Инициатив төркөмгә мине лә яҙығыҙ» тип теләк белдереп тороусылар байтаҡ булды. Дөйөм эшкә битараф булмағандар араһында йәштәрҙең күплеге ҡыуандырҙы. Шулай таштимерҙәр дөргөнлөк, ихласлыҡ менән ППМИ-ға тотондо. Теүәл бер йылдан уларҙың мәҙәниәт усағы башҡа ауылдарҙағы кеүек балҡып ултырыуына ышаныс ҙур. Берәгәйле эш уң булыр.

Динара САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: