Әбделғәзе ауылы халҡы киләһе йыл урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проектында ҡатнашыу-ҡатнашмау хаҡында һөйләште. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проекты әбделғәзеләр өсөн яңылыҡ түгел, улар 2018 йылда был проектҡа ҡушылып, клубты ремонтлаған.
Йыйында район башлығының иҡтисади үҫеш буйынса урынбаҫары И. Ә. Хәсәнов, Әбделғәзе ауылының депутаты В. В. Бикйәнов, район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев проект талаптары менән таныштырҙылар.
— Программа 2014 йылдан тормошҡа ашырыла, райондағы 91 ауылдың 64-е программала еңеп сыҡты. Проектты һайлағанда документация яғынан тулы тәртип булырға тейеш, — тине Ирек Хәсәнов.
— Беҙҙең районда был про-грамма бик уңышлы эшләй, уның ярҙамында күп ауылдар төҙөкләндерелә. Беҙҙең зыярат бик насар хәлдә, шуға күрә уны кәртәләүҙе хәл итәйек, — тигән тәҡдим еткерҙе староста Данил Мөхитдинов.
Ауылдаштар дәррәү фекер алыштылар һәм был тәҡдимгә ыңғай ҡарап, риза булдылар. Биш кешенән торған инициатив төркөм һайланды. Улар документациянан алып подрядсы объектты файҙаланыуға тапшырғанға тиклем бөтәһен дә контролдә тотасаҡтар.
Буранғол ауылында ла ауыл халҡының фекерен белер өсөн үткәрелгән анкета һөҙөмтәләренә ярашлы, янғын машинаһы өсөн йылы гараж төҙөү тигән тәҡдимде күпселек хупланы, тип билдәләне ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рамаҙан Ғибәҙәтов. Ауыл халҡы проект ярҙамында башҡарасаҡ эште һайлау өсөн байтаҡ фекер алышты. Буранғолдар бергәләп йылы гараж эшләргә ҡарар итте һәм инициатив төркөмдө һайланы.
Юлдаштар был проектта ҡатнашыуҙың мөһимлеген аңлап, йыйынға дөргөн килде. Оло быуын вәкилдәре һыу, урамды төҙөкләндереү мәсьәләһен күтәрҙе. Шулай ҙа ауыл халҡы бер тауыштан балалар баҡсаһы һәм мәктәп бинаһының тәҙрәләрен, ишектәрен яңыртыуҙы һайланы. Актив ауылдаштарҙан торған инициатив төркөм булдырылды. Изге ниәт менән башланған эштә, конкурс талаптарына ярашлы, һәр өйҙән 600-шәр һум йыйырға килештеләр. Юлдаштар конкурста еңеп сыҡһа, киләһе уҡыу йылын балаларҙың йылы бинала ҡаршылауҙарына шик юҡ.