+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
24 Декабрь 2019, 12:11

Көнсығыш-1 биҫтәһендә боҙ ҡаласығы

Көнсығыш-1 биҫтәһендә йәшәүселәр ошо көндәрҙә үҙ көстәре менән төҙөгән боҙ ҡаласағын тантаналы асты.

Һәр ерҙә байрам кәйефе һиҙелә. Район үҙәге төрлө төҫтәр менән емелдәгән сихри уттар, ҡупшыҡай шыршылар менән биҙәлде. Көнсығыш-1 биҫтәһендә йәшәүселәр ошо көндәрҙә үҙ көстәре менән төҙөгән боҙ ҡаласағын тантаналы асты.

Биҫтәнең ҡап уртаһында урынлашҡан боҙ ҡаласағын асыу тантанаһы үҙе үк яңы йылды ҡаршылау байрамына әйләнде лә ҡуйҙы. Ул халыҡтың күплеге: бала-саға биттәре алһыула-нып, шау-гөр килеп тауҙан шыуа, ялтырап ятҡан боҙҙа конькиҙа йөрөй, ҡатын-ҡыҙҙар — уңған хужабикәләр һыйҙан, тәм-томдан һығылып торған табын әҙерләп самауырҙарын боһората, ир-егеттәр ойоштороу эштәре менән мәшғүл. Тирә-яҡҡа күңелле көйҙәр яңғырай, йыл хужаһы сусҡа ла, киләһе йылдыҡы — сысҡан да бар, бөтә ерҙә шат тауыштар, көлөү ишетелә — ҡыҫҡаһы, майҙансыҡ шатлыҡлы, байрамса мөхиткә солғанған. Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Дамир Харрасов, райондың юл ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы Ринат Аҡсуринды йыр-моң, уйын-көлкө менән ҡаршыланы биҫтә халҡы. Хөрмәтле ҡунаҡтар ал таҫманы киҫеп, ҡаласыҡты тантаналы асты.

— Район үҙәгендә яңы йыл кәйефе һәр урында һиҙелһен, боҙ ҡаласыҡтары бер урында ғына булмаһын, биҫтәләрҙә йәшәүселәр ҙә байрам көндәрен күңелле үткәрһен өсөн ошондай майҙансыҡтар эшләү идеяһы тыуҙы. Бына бит үҙ көсөгөҙ менән күмәкләп шундай шәп ҡаласыҡ төҙөгәнһегеҙ, — тине Дамир Иштимер улы. — Бында уҙған йылда ла шыршы ултыртып, тау яһап, балалар өсөн яңы йыл осорон онотолғоһоҙ итеп уҙғарғайнылар. Һеҙгә — афарин! Матур башланғыс дауам итһен, башҡа биҫтәләр өлгө алһын.

Ошо округтан район Советы депутаты итеп һайланған Р. Аҡсурин да йылы һүҙҙәр әйтте.

— Көнсығыш-1 биҫтәһендә дәртле, әүҙем халыҡ йәшәй. Башлыса йәш ғаиләләр булғас, балалар ҙа күп. Уларға ысын байрам яһай алыуығыҙ тик маҡтауға лайыҡ. Бәләкәстәр ҡышҡы каникулдарын саф һауала, уйындар менән үткәрәсәк, — тине Ринат Лотфи улы.

— Яңы йыл һәр йортҡа, ғаиләгә именлек, ҡыуаныстар ғына килтерһен. Ошо ҙур эштә биҫтәлә йәшәүселәр әүҙем ҡатнашты, һәр кемегеҙгә рәхмәт. Хәҙер балаларыбыҙ күҙ алдында, йорт эргәһендә генә уйнаясаҡ, — тип шатлығы менән уртаҡлашты биҫтәнең старостаһы, ауыл советы депутаты Морат Йәнбирҙин.

Ысынлап та, ҡаласыҡты матур итеп төҙөүгә Көнсығыш-1 биҫтәһе бик яуаплы ҡараған. Иң тәүҙә кәңәшләшеп, һәр йорттан аҡса йыйғандар. Ир-егеттәр тау өйөү, боҙ майҙансығы яһау, шыршы ултыртыу, электр һуҙыу кеүек мәшәҡәтле эштәрҙе атҡарған. Көндәр йылы торғас, боҙ ҡытыршы булып туңмаһын өсөн һыуҙы төнөн шланг менән ҡойоп, тигеҙләп йөрөгәндәр. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡарҙан фигуралар эшләп, уларҙы төрлө төҫкә буяған. Балаларға аяҡ кейемдәрен конькиға алыштырып кейеү, йылынып сығыу өсөн бәләкәй будка ла ултыртҡандар. Ҙур эштәрҙе башҡарғанда урман хужалығы, МТС филиалының ярҙамын тойғандар. Бына күмәкләгәс, ошондай күркәм боҙ ҡаласығы хасил булған.

Был эште башлап йөрөгән, күп көс һалған Морат Йәнбирҙин, Самат Фәхретдинов, Азамат Иҙрисов, Байрас Сәлмәновҡа рәхмәт йөҙөнән эшҡыуар Әхәт Хисмәтов сертификаттар тапшырҙы.

Ниндәй яңы йыл Ҡыш бабайһыҙ булһын инде?! Ҡыҙҙар-малайҙар ғына түгел, әсә-атайҙар ҙа күмәкләп саҡырғас, ҡыңғыраулы атында Ҡарһылыуын ултыртып Ҡыш бабай ҙа килеп төштө. Улар ысын күңелдән биҫтә халҡын етеп килгән мөғжизәле байрам менән ҡотланы, балалар менән ҡупшы шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнаны. Байрам сараһын Ирек Мусин, Зөлфиә Заһитова, Иҙрис Сәғәҙәтовтың йыр-моңдары биҙәне, Нургиз Ғималов бейеүе менән дәртләндерҙе. Яңы йыл йырҙарынан торған флешмобта балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ихлас ҡатнашты. Төрлө төҫтәрҙә балҡыған салют ысын яңы йыл төнөн хәтерләтте. Иң һуңынан бөтәһе лә күмәкләшеп мул һыйлы табын артында йыйылды, шау-гөр килеп тәмле сәй эсте. Байрам бигерәк тә балаларға оҡшаны, ҡараңғы булһа ла тауҙан һис ҡайтҡылары килмәй, иртәгә тағы килергә һөйләшеп, өйҙәренә саҡ таралды.

* * *

Район үҙәгендә яңы йыл байрамына әҙерлекте тикшереү маҡсатында Асҡар биләмәһе башлығы Дамир Харрасов етәкселегендәге комиссия йөрөп ҡарап сыҡты. Учреждение-ойошма биналары алдары гирлянда-плакаттар менән биҙәлгән, коллективтар йылдағыса эшләгән урындарына байрамса төҫ биреүгә ижади ҡараған, ниндәйҙер үҙенсәлек өҫтәргә лә тырышҡандар. Район үҙәген матурлауға үҙ өлөшөн индергән хеҙмәт коллективтары маҡтауға лайыҡ.

Асҡарҙа боҙ ҡаласығының урыны үҙгәреүгә бөтәһе лә хәбәрҙар. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе янындағы майҙансыҡта матур шыршы ҡуйылды, ҙур тау эшләнде, боҙҙан һындар әүәләнде. Юл аша сығып йөрөү хәүефһеҙ булһын өсөн Таңатар йылғаһы аша күпер һалынды, хәҙер йәйәүлеләр шуның аша йөрөйәсәк. Юл буйына ҡойма ҡуйылды. Яңылыҡтарҙан — биҫтәләрҙә лә боҙ майҙансыҡтары эшләнде.

— Район үҙәге ҙур, биҫтәләрҙә күпселек йәш ғаиләләр йәшәй, балалар ҙа күп. Улар барыһы ла үҙәктәге шыршыға килеп йөрөй алмай. Тап шуның өсөн быйыл биҫтәләрҙә лә боҙ ҡаласыҡтары эшләргә тигән маҡсат ҡуйҙыҡ, — ти Дамир Иштимер улы. — Ниәтебеҙ тормошҡа ашты, һәр биҫтәнең күңелле ял өсөн үҙ урыны бар.

Көнсығыш-1 биҫтәһендә йәшәүселәр дәррәү үҙ көстәре менән бына тигән ҡаласыҡ булдырған. Көнсығыш-2 биҫтәһендә был эште «Асҡар электр селтәрҙәре» ЯСЙ-һы (етәксеһе А. Сафиуллин) менән ЗУЭМВС ойошмаһы (К. Ҡолмөхәмәтов) атҡарған. Бында ла шыршы ҡуйылған, балаларға шыуыу өсөн боҙ, тау эшләнгән. Дауытта ла халыҡ тырышлығы менән боҙ ҡаласығы булдырылған. Уйын хуплап-күтәреп алғандары һәм дөргөн рәүештә бойомға ашырғандары өсөн биләмә башлығы иң яҡшы боҙ майҙансығы эшләгәндәргә бүләк тә бирергә вәғәҙәләй.

— Яңы йыл байрамын тәү сиратта балалар ашҡынып көтөп ала. Беҙ, өлкәндәр уларға был матур байрамды ҡабатланмаҫ итеп үткәреүгә тырышлыҡ һалырға тейешбеҙ. Ҡыҙҙар, малайҙар рәхәтләнеп саф һауала уйнаһын, тауҙан шыуһын, аралашһын өсөн тап ошондай майҙансыҡтар булыуы кәрәк, — ти Д. Харрасов.

Динара САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: