+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
1 Ғинуар 2020, 10:30

Яңы йылда — яңы торлаҡ

Торлаҡ күберәк төҙөләсәк

Торлаҡ күберәк төҙөләсәк
2020 йылда Башҡортостанда 3 миллион 44 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Был хаҡта республика дәүләт төҙөлөшө комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Уҙған йылдың ғинуар – ноябрь айҙарында 1,94 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Йыл аҙағына тиклем был һан 2,35 миллион квадрат метрға етте.
Ағымдағы йылда, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә авария хәлендәге торлаҡтан 197 ғаиләне күсереү ҡарала. Кешеләрҙе фатир менән тәьмин итеү иҫәбен арттырыу һәм йортҡа аҡсаһын өлөшләтә индереп алданғандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау эшендә лә ыңғай үҙгәрештәр буласаҡ, тип билдәләне етәксе.
Читайте нас: