+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
7 Февраль 2020, 18:02

Яңы торлаҡ комплексы барлыҡҡа киләсәк

Өфөләге “Тинькофф Холл” күңел асыу комплексы эргәһендә яңы йорттар барлыҡҡа киләсәк.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өфөләге “Тинькофф Холл” күңел асыу комплексы эргәһендә яңы йорттар барлыҡҡа киләсәк.
Был “ДОМ.РФ” банкының финанслауы һөҙөмтәһендә мөмкин буласаҡ. Ул 79,5 мең квадрат метр тәшкил иткән дүрт күп ҡатлы секциянан торасаҡ.
Яңы торлаҡ комплексы ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған май Указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ. “Баш ҡала һауаһы” төҙөүсе ойошмаһы банктан проект өсөн финанслау алған да инде.
Проект өсөн кредит 2,4 миллиард һум тәшкил итәсәк. Комплекс Совет районына ҡарай. Яңы торлаҡҡа эйә булғандар балалар һәм спорт майҙансыҡтары, машиналарҙы парковкалау урындары, балалар баҡсаһы, сауҙа нөктәләре менән тәьмин ителәсәк.
Читайте нас: