Республика юлдарын төҙөкләндереүгә быйылғы йылда федераль бюджеттан 9,6 миллиард һум аҡса бүленәсәк, тип хәбәр итә БР Дәүләт транспорт комитеты. Шул иҫәптән, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә трассаларҙы ремонтлау дауам итәсәк, был маҡсатта бүленгән аҡса күләме — 2,223 миллиард һум.