+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
11 Февраль 2020, 12:00

Тупаҡ балаларының ҡыуанысы сикһеҙ

Уҙған шәмбелә Тупаҡта күптән көтөлгән белем усағы үҙ ишектәрен асты.

Уҙған шәмбелә Тупаҡта күптән көтөлгән белем усағы үҙ ишектәрен асты. Билдәле булыуынса, 120 урынлыҡ мәктәп менән 60 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһын бер ҡанат аҫтына алған был объект «Башҡортостандың 100 йыллығына — 100 объект» акцияһы сиктәрендә төҙөлдө.

Мәктәпкә нигеҙ 2018 йылдың майында һалынып, ул былтыр уҡыу йылына әҙер булырға тейеш ине. Әммә төҙөүселәр уны билдәләнгән ваҡытҡа файҙаланыуға тапшыра алманы. Тупаҡ балалары ошоға тиклем мәсеттә һәм клубта уҡырға мәжбүр булды.

Шулай ҙа ул көндәр артта ҡалды. Бөгөн Тупаҡта хатта ҡала балалары һәм уҡытыусылары көнләшерлек бына тигән мәктәп хасил булды.

Тупаҡтарҙың шатлығын уртаҡлашырға бик күп ҡунаҡтар килде, район предприятие-учреждение етәкселәренән, район хакимиәте вәкилдәренән тыш, тантанаға ҡасандыр Тупаҡта уҡытыусы булып эшләп киткәндәр, ошо ауылдан сыҡҡан бик күп хөрмәтле ҡунаҡтар йыйылды.

Район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов менән республиканың мәғариф министры урынбаҫары Ф. Х. Миназов ал таҫманы киҫкәс, тантанаға йыйылғандар мәктәп эсенә уҙҙы, ҡунаҡтарға экскурсия ойошторолдо.

Иҫке мәктәптә физкультура дәрестәре урамда үтә ине, ә яңыһында иркен, шәп спорт залы бар. Спорт залында Салауат Баһаув етәкселегендәге түңәрәктә шөғөлләнгән малайҙар самбо һәм көрәш буйынса күнекмәләр күрһәтте. Яҡты, өр-яңы өҫтәл-ултырғыстар менән йыһазландырылған класс бүлмәләрен дә күрҙе тантанаға килгәндәр. Инвалид балаларҙы уҡытыу өсөн дә бөтә шарттар бар.

Компьютер нескәлектәренә төшөнөр өсөн махсус класс бар. Хеҙмәткә өйрәтеү бүлмәләренең берәүһендә теген машинкалары, башҡа тегеү кәрәк-яраҡтары ҡуйылһа, икенсеһендә бешеренеүгә өйрәнеү өсөн йәтеш шарттар булдырылған, оҫтахана ла заманса йыһазландырылған.

Балалар баҡсаһына йөрөгән кескәйҙәр ҙә үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте, урта төркөм ҡыҙ-малайҙары ҡунаҡтарҙы бейеп ҡаршы алды. Балалар баҡсаһы бүлмәләрендә йылы иҙәндәр түшәлгән, уйынсыҡтар, ғөмүмән, бөтә нәмә бар. Малайҙарға һәм ҡыҙҙарға айырым бәҙрәфтәр эшләнгән.

Бер һүҙ менән әйткәндә, түҙгәнгә — түш тигәндәй, тупаҡтарға төҙөүселәр бик шәп, заманса мәктәп һәм балалар баҡсаһы һалып биргән.

Артабан тантана йомшаҡ ултырғыстар ҡуйылған ҙур акт залында дауам итте.

— Хыялдар тормошҡа ашты: тупаҡтар өсөн белем усағы үҙ ишектәрен асты. Әлбиттә, был мәктәп мәсьәләһе менән балалар баҡсаһы төҙөлөшөн башлап ебәреү өсөн быға тиклем районды етәкләгән Рим Һатыбал улы менән район мәғариф бүлегенең ул саҡтағы начальнигы Вәлит Әхмәтшәриф улы Өфө юлын аҙ тапаманы, барыбыҙ исеменән уларға рәхмәт еткерәм. Ә балаларға район, республика данын күтәрер шәхестәр булып үҫер өсөн тырышып уҡырға ҡала, — тине район башлығы Илдар Таһир улы һәм төҙөлөштө аҙағына еткереүҙә үҙебеҙҙең төҙөүселәребеҙҙең дә хеҙмәте ҙур булыуын билдәләп, Нәдип Шәғәлинға, Насир Абдрахмановҡа, Йә-мил Баймырҙинға, Азамат Тутаевҡа, «Прогресс» ЯСЙ-һы етәксеһе Азамат Исламовҡа, район Советы депутаты Юнир Таһировҡа район хакимиәтенең рәхмәт хатын тапшырҙы. Башлыҡтың район хакимиәте исеменән яңы мәктәпкә музыка аппаратураһы бүләк итеүен йыйылыусылар көслө алҡыштар менән ҡаршы алды.

Мәктәп директоры Гөлсөм Дәминдарова мөһабәт бина төҙөп биргән республика, район етәкселегенә, «Прогресс» компаниялар төркөмө» йәмғиәтенә, шулай уҡ мәктәпте сафҡа индереүҙе тиҙләтеү маҡсатында ярҙам ҡулы һуҙған һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәне.

Яңы мәктәптә 104 бала белем аласағы хаҡында хәбәрҙар булған мәғариф министры урынбаҫары Филүс Хәмитйән улы:

— Уҡыусылар һанын 120-нән арттырһағыҙ, төкөтмә төҙөү мәсьәләһе тиҙ арала хәл ителер, — тип вәғәҙәләне. Ә тупаҡтар, үҙ сиратында, беҙҙең өсөн ул сик түгел, тип яуапланылар. Әйткәндәй, бөгөн Тупаҡта бөтәһе 1003 кеше йәшәй, йәштәр күпләп ауылда төпләнә, яңы йорттар һала. Шулай булғас, мәктәпкә төкөтмә, һис шикһеҙ, кәрәк буласаҡ. Шулай була күрһен!

— Мәктәптең ваҡытында тапшырылмауының төп сәбәбе хәүефһеҙлек талаптарының тейешенсә үтәлмәүенә бәйле булды. Бөгөн, шөкөр, балаларҙы бер ниндәй хәүеф янамаған бинаға индерәбеҙ. Шулай булырға тейештер ҙә, сөнки — балалар беҙҙең иң ҙур байлығыбыҙ, — тине Азамат Рәшит улы һәм Тупаҡ мәктәбе һәм балалар баҡсаһы коллективтарына яңы үрҙәр, еңеүҙәр теләп, мәғариф учреждениеһына бүләккә ҡар таҙартыу машинаһы вәғәҙә итте.

«Өй туйлауға бүләкһеҙ йөрөмәйҙәр» тип, сәхнәгә сыҡҡан һәр кем изге теләктәренә ҡушып, мәктәпкә, балалар баҡсаһына инселәп алып килгән бүләктәрен тапшырҙы.

Тантананы Асҡар сәнғәт мәктәбенән Ләлә Йәнекәйеваның тәрбиәләнеүселәре — «Алтынай» һәм «Йондоҙ» балалар бейеү ансамблдәренең дәртле бейеүҙәре, Тупаҡ мәктәбе һәм балалар баҡсаһы коллективтарының сығыштары биҙәне.

— Һыуыҡ бүлмәләрҙә, пальто-быймалар кейеп уҡытҡан-уҡыған ваҡыттар тарихта ҡалды. Бындай уңайлы шарттар булдырылғанда, илке-һалҡы эшләү, насар уҡыу килешмәҫ. Һәр нәмәгә һаҡсыл ҡараш булдырырға, тырышып уҡырға, балаларҙы лайыҡлы шәхестәр итеп тәрбиәләргә һүҙ бирәбеҙ, — тип оҙатып ҡалды ҡунаҡтарҙы тупаҡтар.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: