Башҡортостанда “Тыуған урам” программаһы буйынса 2024 йылға тиклем бер меңдән күберәк халыҡ йәшәгән ауылдарҙың 564 саҡрымға яҡын үҙәк урамдары юлдарын ремонтлау планлаштырыла. Быйыл 112,9 саҡрым “тыуған урам” йүнәтелсәк.
2019 йылда рсепубликаның Юл фонды был программаны бойомға ашырыу маҡсатында 691 миллионһум аҡса бүлде. 58 ауылда 95 саҡрым юл йүнәтелде. Быйыл шулай уҡ 1745 саҡрымда ауылдарға инеү юлдары тәртипкә килтереләсәк.
“Тыуған урам” программаһы буйынса юл эштәрен 1 июндә башлау күҙаллана.