Республика Юл фондына 2020 йылда 22,7 миллиард һумға тиклем аҡса бүленәсәк, тип белдерҙе БР Дәүләт транспорт комитеты Альберт Сөләймәнов.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә төбәк, муниципаль һәм федераль юлдарҙы капиталь ремонтлауға заказ раҫланды.
Республика бюджетынан 21,9 миллиард һум бүленһә, федераль ҡаҙнанан тағы 810 миллион һум юл фондын тулыландырыласаҡ.