— Ҡарар ҡабул ителгәндән алып, төҙөлөш башланғанға хәтлем ике йыл ваҡыт уҙа, — тине Премьер. — Планлаштырыу һәм проектлау моменттарын йәһәтләү мөһим. Законға төҙәтмәләр яҙғы сессия мәлендә үк ҡаралырға тейеш. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу айырыуса төбәктәрҙә тиҙ башҡарылһын, тине ул.