+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
29 Февраль 2020, 10:30

Башҡортостанда «Торлаҡ һәм уңайлы ҡала мөхите» милли проекты 86,8 процентҡа үтәлгән

«Торлаҡ һәм уңайлы ҡала мөхите» милли проекты өс төбәк проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин һүҙҙәренә буйынса, «Торлаҡ һәм уңайлы ҡала мөхите» милли проекты өс төбәк проекты сиктәрендә бойомға ашырыла: «Республикала йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондыныңтотороҡло кәмеүен тәьмин итеү», «Башҡортостан Республикаһы ипотекаһы» һәм «Башҡортостан торлағы» проекттары. Тәүге ике проект буйынса 2019 йылға билдәләнгән маҡсатлы күрһәткестәр үтәлгән. Өсөнсөһө буйынса төп күрһәткес торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыуға бәйле. 2,7 миллион квадрат метр план күрһәткесе 86,8 процентҡа үтәлгән. Бының сәбәбе – халыҡта һатып алыу ихтыяжының кәмеүе, тип билдәләй белгестәр.
Читайте нас: