+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
3 Март 2020, 12:03

Бер тауыштан ризалыҡ бирҙеләр

Рауил ауыл биләмәһенән быйыл урындағы башланғыс-тарға булышлыҡ итеү проектында ҡатнашыу өсөн Тәпән ауылын билдәләнгәйне.

Рауил ауыл биләмәһенән быйыл урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проектында ҡатнашыу өсөн Тәпән ауылын билдәләнгәйне. Шулай ҙа дөйөм йыйылышта, биләмәләге һәр ауылға кәрәк тип, бергәләшеп ҡар таҙартыу, башҡа өмәләргә сығарыу өсөн трактор һатып алырға килешелде. 1 миллион 450 һум торған МТЗ-82 тракторын алыу, әлбиттә, бер ауылдың ғына хәленән килгәндәй эш түгел. Шуға күрә, Рауил ауыл биләмәһенә ҡараған биш ауылдың — Ишҡол, Тәпән, Дәүләтша, Рауил, Исҡужа халҡы бер тауыштан проектта ҡатнашырға ризалыҡ биреп, һәр өйҙән 500-әр һум аҡса йыйырға хәл итте. Бынан тыш, биләмә хакимиәте был суммаға 150 мең һум, бағымсылар — «Ишҡол» АХК-һы менән «Урал аръяғы» МТС-ы 75-шәр мең һум өҫтәйәсәк. «Бөтә кәрәкле документтар әҙер, тикшереүҙе уңышлы үттек, заявка ебәрергә генә ҡалды», — ти хакимиәттең эштәр идара-сыһы З. С. Булатова.

Р. МӨХӘМӘҘИЕВА.
Читайте нас: