-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
3 Март 2020, 11:00

Федераль кимәлдә еңеү яулаған төбәктәр

Мәләүез, Яңауыл, Дүртөйлө, Ағиҙел ҡалалары һәм Краснокама районының Николо-Березовка ауылы – федераль конкурс еңеүсеһе. #национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан

Мәләүез, Яңауыл, Дүртөйлө, Ағиҙел ҡалалары һәм Краснокама районының Николо-Березовка ауылы – федераль конкурста еңеүсе. Был хаҡта үҙенең сәхифәһендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та яҙып сыҡты һәм еңеүселәрҙе ҡотланы. Республика етәксеһенең билдәләүенсә, быйылдан башлап федераль аҡсалар иҫәбенә ошо төбәктәрҙә йәмәғәт урындары төҙөкләндереләсәк.

– Бер ай элек беҙ 11 заявка тапшырҙыҡ, шуның бишәүһе конкурста еңеп сыҡты. Был иһә иң яҡшы һөҙөмтә. Гранттың дөйөм суммаһы 400 миллион һум, – тип яҙа Радий Фәрит улы.

Ошондай конкурстарҙа ҡатнашып еңеү, тағы ла алға, ышаныслыраҡ атлау өсөн бер дәртләндереү сараһы ул, тип белдерә республика етәксеһе.

Мәғлүм булыуынса, был конкурс “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы үткәрелгәйне. Унда илдең 71 төбәге, шул иҫәптән Башҡортостан ҡалалары һәм бер-нисә районы ҡатнашты.

Читайте нас: