+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
13 Март 2020, 10:00

Юлдар ҡойоп эшләнгән асфальт менән ямаласаҡ

Башҡортостанда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырылыуын дауам итә.#национальныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Оҙаҡламай Өфөгә 24, 3 мең тонна бөртөклө һәм 1,5 тонна ҡойоп эшләнгән асфальт ҡайтартасаҡтар. Бөртөклө асфальтты юлдағы соҡорға ҡоро һәм йылы һауа шарттарында ғына һалып булһа, ҡойоп эшләнгәнен ҡыш та ҡулланырға мөмкин. Һуңғыһы менән температура 10 градусҡа саҡлы һыуығайғанда ла соҡор ямарға форсат була, уның составындағы битум ғәҙәти асфальтҡа ҡарағанда ун тапҡырға күберәк. Соҡорға һалыр алдынан был ҡушылманы махсус термос-бункерҙа йылыталар. Өфөлә юлдағы соҡорҙарҙы ямау 15 февралдә башланғайны. Бөгөнгә 4,7 мең квадрат метр майҙанға 770 тонанан ашыу асфальт һалынған да инде. Юл түшәүҙә бөртөклө асфальт ҡулланылһа, соҡорҙарҙы ҡойоп эшләнгәне менән тултыралар.
Читайте нас: