+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
20 Март 2020, 17:45

Аҙна һайын - "Таҙа йома" уҙасаҡ

Бөгөн район үҙәгенең бөтә учреждение-ойошмалары коллективтары эш ҡоралдары менән урамға сыҡты. Кемдер ҡыш буйына йыйылған сүп-сарҙы һеперҙе, ир-егеттәр ҡар өйөмдәрен ырғытты.

Бөгөн район үҙәгенең бөтә учреждение-ойошмалары коллективтары эш ҡоралдары менән урамға сыҡты. Кемдер ҡыш буйына йыйылған сүп-сарҙы һеперҙе, ир-егеттәр ҡар өйөмдәрен ырғытты.
— Таҙалыҡ көндәре БР Башлығы Радий Хәбировтың инициативаһы менән уҙғарыла. Ғәҙәти өмәнән ул нимә менән айырыла? Аҙна һайын, билдәле бер көндә уҙасаҡ. Беҙ йоманы һайланыҡ. Хәҙер һәр йома һайын, 14 сәғәттән 16 сәғәткә тиклем “Таҙа йома”ға сығасаҡбыҙ, — тине район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов. — Һәр ойошма-учреждениеға биләмә бүленеп бирелә, уның таҙалығы өсөн яуаплы буласаҡтар. Эшҡыуарҙар, шәхси йорт хужалары, ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр ҙә был эштән ситтә ҡалмаясаҡ. Таҙалыҡ көнләренең маҡсаты — халыҡты йәшәгән урыныңды таҙа тоторға өйрәтеү. Әгәр һеҙ үҙегеҙ ҡыйлайһығыҙ икән, артығыҙҙан кем йыйыштырырға тейеш? Әлбиттә, үҙегеҙ. Шул рәүешле, һәр кем эргә-тирәһен тәртиптә тоторға өйрәнәсәк.
Читайте нас: