+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
20 Март 2020, 10:10

Үҙәк урамдарға асфальт түшәләсәк

Башҡортостан Хөкүмәте 2020-2024 йылдарға “Тыуған урам” комплекслы программаһын раҫланы.#национальныепроекты; #нацпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Был проектты тормошҡа ашырыуға 4.8 миллиард һум аҡса тотоноу планлаштырыла. Уның сиктәрендә халҡы 1000 кешенән артҡан ауылдарҙа мәктәп, балалар баҡсалары, ФАП-тар урынлашҡан үҙәк урамдарға асфальт түшәү күҙаллана,
Программаны эшләүселәр иҫәпләүенсә, 2024 йылға төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәтендәге юлдар селтәре 450 саҡрымға, урындағы әһәмиттәге юлдар 450 саҡрымға артасаҡ.
Юл участкалары исемлеге раҫланған да инде. 41 районда урындағы әһәмиәттәге юлдар йүнәтеләсәк һәм 48 районда төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдар тәртипкә килтереләсәк.
Был эштәр Башҡортостандың юл фонды аҡсаһы иҫәбенә башҡарыласаҡ..
Читайте нас: