+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
13 Апрель 2020, 12:30

Юлдарҙы төҙөкләндереү дауам итәсәк

Коронавирусҡа бәйле ойошма-учреждениелар өйҙәге эш режимын күсерелһә лә, юлсылар өсөн ял юҡ — халыҡ өсөн мөһим булған юлдарҙы ремонтлау дауам ителәсәк.

Иң тәүҙә, әлбиттә, дауаханаларға, медицина үҙәктәренә илтеүсе мөһим трассаларҙың торошо ҡарала. Ҡайһы бер субъекттарҙа юлдарҙы төҙөкләндереү ҡышҡы айҙарҙа уҡ башланды. Беҙҙең район юлсылары аэропортҡа илткән соҡор-саҡырлы юлды рәткә килтерҙе.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә Рәсәй буйынса 800-ҙән ашыу трасса ремонтланасаҡ, тип яҙа “Российская газета”. Был эштәр автомобиль юлдарында ғына түгел, тротуарҙарҙа ла башҡарыла, ҡайһы бер юл саттарына светофор ҡуйыласаҡ.
Читайте нас: