+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
15 Апрель 2020, 12:05

Йорттоң ҡыйығы яңыртыла

Әлеге көндә район үҙәгенең Учалы урамындағы 14-се һанлы йорттоң ҡыйығын алмаштырыу дәррәү бара.

Һуңғы йылдарҙа районда бер-бер артлы күп ҡатлы йорттарҙың ҡыйыҡтары яңыртылыуы ҡыуаныслы. Был эштәр ошондай йорттарҙа йәшәүселәр ай һайын капиталь ремонт өсөн «Фонд» коммерция булмаған ойошманың төбәк операторына түләп барған иғәнәләр иҫәбенә башҡарыла. Әлеге көндә район үҙәгенең Учалы урамындағы 14-се һанлы йорттоң ҡыйығын алмаштырыу дәррәү бара. Артабан ошондай уҡ эштәрҙе Йәнгел ауылының Парк урамындағы ике ҡатлы йортта башҡарыу күҙаллана.

— Беҙҙең йорт төҙөлөүгә илле йылға яҡын ваҡыт үткән. Өйҙөң башы ябылған шифер тетелеп-тишкеләнеп бөткәйне. Икенсе ҡатта йәшәүселәрҙең фатирҙарының мөйөштәре даими дымлы булыуҙан ҡарайып сыҡҡайны. Болоттар ҡуйырып, ямғыр яуыр булһа, ҡот осор ине. Бына, шөкөр, быйыл беҙҙең йорттоң ҡыйығын яңыртыуға тотондолар. Ҡыуанысыбыҙ сикһеҙ, беҙгә хәҙер ҡар-ямғыр ҡурҡыныс түгел, — ти фатирҙар хужалары.

Тендерҙы отҡан Нефтекама ҡалаһынан «Индустрия» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре эште әүҙем генә башлап ебәрҙе. Иң элек, ҡойолоп торған шиферҙы һүтеп алдылар, унан инде сереп бөткән таҡталарҙы ла алыштыралар. Төҙөүселәр әйтеүенсә, яңы ҡыйыҡ заманса технологиялар ҡулланып эшләнә.

Был йорт юл эсендә урынлашҡас, уның янынан үтеп йөрөүселәр төҙөлөш эштәренең бик әүҙем барыуын билдәләй. Ысынлап та, ете кешенән торған бригада иртә таңдан ҡараңғы төшкәнсе тиерлек ал-ял белмәй эшләй: бында бысҡы, сүкеш тауыштары бер минутҡа ла тынмай.

Мәкерле сир таралыу ҡурҡынысы һаҡланыу сәбәпле, тотош илдә юғары әҙерлек режимы индерелгәс, төҙөлөш материалдары менән тәьмин итеү ҡыйынғараҡ тура килһә лә, был сетерекле хәлдән сығыу юлдарын табырға тырышалар һәм төҙөүселәр объектты бер аҙна эсендә файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: