Бөгөн Әбйәлил урмансылығының ҡырҡлаған хеҙмәткәре 1,5 гектар майҙанда 6 мең төп ҡарағай һәм шыршы үҫентеһе ултыртты. Урмансылыҡ етәксеһе Зариф Абдуллин белдереүенсә, улар "Хәтер баҡсаһы" халыҡ-ара акцияһына үҙ өлөштәрен индергән. Бында бер нисә йылдан Еңеү яугирҙәре иҫтәлегенә ултыртылған ағастар шаулаясаҡ. Шулай уҡ райондан сыҡҡан Советтар Союзы Геройҙары хөрмәтенә ағастар ултыртасаҡтар һәм баннерҙар ҡуясаҡтар.