Райондың һәр бер ауылының осонда матур стела йә «Хәйерле юл!», «Рәхим итегеҙ!» тигән яҙыуҙар ҡаршы ала. Башҡорт телендәге изге теләктәр тыуған ауылына ҡайтҡан һәр кемдең кәйефен күтәрә, илһөйәрлек рухын арттыра. Зауыҡлы яҙыуҙар башҡорт орнаменты менән биҙәлеп, һәр ауылдың йөҙөн билдәләй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡ ауылдың «йөҙө» әҙәпһеҙ әҙәмдәрҙең йәмһеҙ һүрәт төшөрөү, алама һүҙҙәр яҙыу урынына ла әйләнеп китә. Ситтән килгән саҡырылмаған ҡунаҡтар ҙа махсус рәүештә уны ҡыйратып йәки машина менән төкөп тә китәләр. Мәҫәлән, Буранғол ауылына ингән ерҙә яҙыуҙы емереп, ауыр таштан эшләнгән постаментты боҙоп ҡуйғандар. Һәр кем ауылға ҡайтҡан һайын йәмһеҙ булып ҡалған урынды, матур яҙыу урынына ҡыйшайған хәрефтәр, түңкәрелгән алтаҡтаны күреп кәйефе ҡырыла. Был вәхшилекте ҡылыусы табылмағас, ауыл халҡы стеланы үҙ көсө менән яңыртырға хәл итә. Буранғол ауыл биләмәһе башлығы Рамаҙан Ғибәҙәтов етәкселегендә дөйөм эшкә әҙерлек башлана. Халыҡ кәрәкле сумманы йыя. Ауыл Советы депутаттары Вәли Лоҡманов, Марсель Ғилманов аҡсалата, Фәнзил Тайыпов транспорт менән ярҙам итә. Буранғолдоң иң әүҙем егеттәре ямғырлы, һалҡын көнгә ҡарамаҫтан ҡараңғы төшкәнгә хәтлем ихлас эшләне. Эшләгәнгә эш ҡарышмай тигәндәй, булдыҡлы ир-аттар стеланы яңыртып та ҡуйҙы.