+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
25 Апрель 2020, 21:43

Сибай - Хәлил юлына асфальт түшәлә

Был юлды ремонтлау “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы булдырылған муниципаль программа сиктәрендә башҡарыласаҡ.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Был юлды ремонтлау “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы булдырылған муниципаль программа сиктәрендә башҡарыласаҡ.
Программаның тиҙерәк тормошҡа ашыуын бигерәк тә Әлмөхәмәт һәм Хәлил ауылдары биләмәләре халҡы зарығып көттө. Уларға Сибайға барыу, ике ауыл араһындағы саҡрымдар күптән инде юл ғазабына ғына түгел, гүр ғазабына ла әйләнде тиһәк тә була.
Шулай уҡ Сиҙәм һәм Әлмөхәмәт ауылдарындағы заправкалау станциялары янындағы юлдарға ла асфальт түшәү ҡаралған.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты юл селтәрен яҡшы хәлгә килтереп, юл-транспорт ваҡиғалары хәүефен кәметеүгә йүнәлтелгән.
Читайте нас: