+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
28 Апрель 2020, 12:05

Байрамдарҙы лайыҡлы ҡаршылайыҡ

Ауыл күләмендә был эштәр торошо бөгөн ниндәй хәлдә? Бөйөк байрамдарҙы лайыҡлы ҡаршыларға әҙербеҙме?

Булдыҡлы хужа ер ҡарҙан әрселгәс, хужалығын рәткә килтерә, тирә-яғын сүп-сарҙан таҙарта. Апрель элек-электән өмәләр, төҙөкләндереүҙәр айы булараҡ һәр кемдең булмышына һеңгән. Үҙҡурсаланыу шарттарында өйҙә ҡалыусылар күптән шәхси хужалыҡтарын ипләп, баҡсаларын, ихаталарын таҙартып бөттө. Ә бына ауыл күләмендә был эштәр торошо бөгөн ниндәй хәлдә? Бөйөк байрамдарҙы лайыҡлы ҡаршыларға әҙербеҙме? Ауыл биләмәләре башлыҡтары менән телефон аша бәйләнешкә сығып, урындарҙағы хәлдәр торошо менән ҡыҙыҡһындыҡ.

Гусев ауыл биләмәһенең Иҙәш Ҡусҡары ауылында Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылап, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск янында ҙур төҙөкләндереү эше йәйелдерелгән. Мемориалды клуб менән ҡуша уратып кәртәләп алып, Еңеү аллеяһы булдырыу менән мәшғүл ауыл уңғандары. Тимер бағаналарға нығытылған яңы кәртә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк. Ҡапҡанан обелискыға илткән һуҡмаҡҡа ваҡ ҡырсынташ түшәлгән. «Килеп сыҡһа, асфальт та түшәтергә ине. Был һорау менән район башлығына мөрәжәғәт иттек», — ти биләмә башлығы Ш. С. Ғәтиәтуллин.

Һуҡмаҡтың ике яғынан эскәмйәләр ҡуйыласаҡ. Аллеяға шыршы ағастары ултыртыласаҡ. Уларҙы һәр ғаилә үҙенең ветераны иҫтәлегенә үҙе ултыртырға ҡарар иткән. Ағастарға фронтовиктарҙың исем-шәрифтәре яҙылған табличкалар беркетеләсәк. Әйткәндәй, яугирҙарҙың исемдәре мәрмәрташта ла мәңгеләштерелә. Бығаса булған обелискыға өҫтәп яңы элементҡа заказ биргәндәр. Асыҡ китап формаһындағы мәрмәр плитәнең бер битенә яуҙа ятып ҡалған ауылдаштар исеме яҙылһа, икенсе яғында һуғыштан ҡайтып вафат булғандар урын аласаҡ.

— Беҙҙең ауыл биләмәһенә ҡараған алты ауылда 5 обелиск бар. Уларҙа яу ҡырында ятып ҡалыусыларҙың исемдәре яҙылған. Йылдар үтеү менән иҫән ҡайтҡан еңеү һалдаттары ла гүргә инеп бөттө. Бөгөн биләмәлә бер ветеран да юҡ. Шуға күрә ҡалған обелискыларға ла «Улар Еңеү менән ҡайттылар» тигән яҙыу менән гранит таҡтаташтарға заказ бирҙек. Тик әлеге эпидемиологик хәл арҡаһында 9 Майға тиклем эшләп өлгөртөрҙәрме — билдәһеҙ. Борисовка, Маркин утарҙары яугирҙары ла онотолмай. Улар хаҡында мәғлүмәт Гусевта урын аласаҡ, — тип һөйләй Шәрифйән Садиҡ улы. — Бөтә урындарҙа ла обелискыларҙың тирә-яғы таҙартылып, косметик ремонттар башҡарылды. Ә иң күләмле эш Иҙәш Ҡусҡарында бара. Был маҡсатта ауыл биләмәһенә 9 Майға һәм төҙөкләндереү эштәренә бүленгән сараларҙы йүнәлттек. Шулай уҡ ауыл халҡы ла үҙ теләге буйынса иғәнә индерҙе. Аҡса йыйыуҙы тыуған ауылы өсөн янып йөрөгән Нәсих ағай Абдуллин ойошторҙо. Ауыл Советы депутаты Фәрит Шәрипов һәм староста Хаммат Динисламов етәкселегендә ир-егеттәр көсө менән бөтә эштәр ҙә өмәләп башҡарыла. Әлбиттә, инфекциянан һаҡланыу саралары хаҡында ла онотмайҙар. Аллеяны Еңеү көнөнә өлгөртөргә уйлайбыҙ.

«Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә ауыл хакимиәте коллективы Гусев һәм Борисовка араһындағы «Дуҫлыҡ» аллеяһына 30 төп ҡарағай һәм 21 төп ҡайын ултыртҡан. Үҫентеләр менән бағымсылар тәьмин иткән. Юлдашта староста Әсләм Искәнйәров етәкселегендә ауыл активы, клуб, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре бергәләп «Бейеш Батыр» аллеяһына 17 төп ҡайын ағасы ултыртҡан. Мәүлит Сәйетғәлин ҡатыны менән 6 төп ҡарағай үҫентеһе килтергән. Таҡһырҙа яңы тәғәйенләнгән староста Наил Ғилманов бик әүҙем эш башлаған. Ауыл халҡын Ҡойо башы тигән ерлеккә өмәгә алып сыҡҡан. Ир-егеттәр ҡойоноң ҡоймаһын йүнәткән, ағас ултыртыуҙа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнашҡан, 23 төп ҡайын, муйыл, ҡарағат үҫентеләре ултыртҡандар.

Халыҡты дәррәү өмәләргә йәлеп итмәһәләр ҙә, хеҙмәт коллективтарының көсө менән әйләнә-тирә — урам аралары, юл буйҙары сүп-сарҙан таҙартылған.

Байым ауыл биләмәһенә ҡараған Йәнекәй ауылында ла обелиск яңыртыла. Бында район бюджетынан бүленгән 40 мең һумға өҫтәп халыҡ үҙе аҡса йыйған. Элекке обелискыны тулыһынса һүтеп ташлағандар. Бөтә эштәр ҙә урындағы оҫталарҙың хеҙмәте менән башҡарыла. Сығышы Йәнекәйҙән булған иретеп йәбештереүсе Марат Нафиҡов яңы һәйкәлде тимерҙән яһаған. Элекке обелискыла яу ҡырында һәләк булыусылар ғына яҙылған булһа, яңыһында һуғыштан ҡайтып үлгән ауылдаштарҙың да исемдәре мәңгеләштерелә.

Обелискының кәртәһен дә ҙурайтҡандар. Уны тимерҙән эшләгәндәр, ҡырсынташ түшәгәндәр. Тамырҙары ошо ауылға тоташҡан Абҙаҡта йәшәүсе уҙаман, «Недра» ЯСЙ-һында эшләүсе Илсур Дауытов тротуар плиткалары менән тәьмин иткән. Ошо көндәрҙә уны һалып сығасаҡтар. Еңеү көнөнә обелиск әҙер буласаҡ.

— Байым ауыл биләмәһендә бөтәһе 10 обелиск булһа, бөйөк байрамды ҡаршылауға улар 70 процентҡа әҙер. Яҡшы тороштағы мемориалдарҙа буяу, таҙартыу, ағас ултыртыу буйынса эштәр башҡарылды. Йәнекәйҙән тыш, быйыл Мораҡай ауылында ла өр-яңы обелиск ҡалҡып сығасаҡ. «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» проекты буйынса был маҡсатта 150 мең һум аҡса бүленде. Мемориалды 9 Майға өлгөртәбеҙ, тип ашыҡ-бошоҡ эшләп, ҡабаланмаҫҡа булдыҡ. Йәй эсендә матур итеп, еренә еткереп эшләп ҡуясаҡбыҙ. Әлегә булғанын төҙөкләндерҙек, — ти биләмә башлығы Й. Н. Зәйтүнов.

Пандемия булыуға ҡарамаҫтан, һаҡланыу сараларын күҙәтеп, ауыл биләмәһендә тирә яҡты сүп-сарҙан таҙартыу, ағас ултыртыу буйынса экологик эштәр ҙә үҙ ваҡытында үтәлеп килә.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: