-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
30 Апрель 2020, 12:06

Байрамға обелискылар яңыра

9 Майҙы оло тантана итеп уҙғарып булмаһа ла, был көн илебеҙ өсөн тарихи бөйөк ваҡиға булараҡ үҙенең әһәмиәтен юғалтмай.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата ауыл биләмәләрендә әҙерлек бара. Күп ауылдарҙа һуғыш яугирҙары иҫтәлегенә ҡуйылған обелискылар яңырасаҡ, ветерандар һүрәттәре менән баннерҙар ҡуйыласаҡ. 9 Майҙы оло тантана итеп уҙғарып булмаһа ла, был көн илебеҙ өсөн тарихи бөйөк ваҡиға булараҡ үҙенең әһәмиәтен юғалтмай.

Амангилде биләмәһендә Рысҡужа, Әбделғәзе һәм Ҡаҙмаш ауылының обелискыһына косметик ремонт яһаласаҡ. Ә Амангилде менән Үтәгән ауылдарында обелискылар иҫке торошта булғанлыҡтан реконструкциялана. Был маҡсатта район ҡаҙнаһынан 260 мең һум аҡса бүленгән.

— Ике ауылда ла обелискыны тәртипкә килтереү эшен подрядсы ойошма — Насир Әбдрәхимовтың шәхси предприятиеһы башҡара. Әлеге ваҡытта эшселәр емерелеп торған кирбестәр урынына плитә йәбештерә, постаментты көпләй, — тине Амангилде биләмәһе башлығы Марат Фәхрисламов. — Обелискыға ингән урында тротуар плиткаһы һалынасаҡ. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың исем-шәрифтәрен яңынан яҙҙырып ҡуясаҡбыҙ.

Әлмөхәмәт биләмәһенең Булат ауылында Бөйөк Еңеүҙең юбилейы айҡанлы яңы обелискыға нигеҙ һалғандар. Район хакимиәтенән бүленгән саралар ярҙамында булаттар изге эшкә күмәкләп тотонған. Ауылдың старостаһы Сәғит Нафиҡов үҙенең техникаһы, Марсель Байбулатов бетон болғағысы менән килеп, әүҙем ир-егеттәр Нурмөхәмәт Байбулатов, Айрат Итҡолов, Раил Ҡотлогилдин, ауыл имамы Рәфҡәт Йәноҙаҡов һәм Вил Итҡолов үҙҙәренең хеҙмәт өлөшөн индергән. Ауылдаш яугирҙарҙың исем-шәрифтәре мәрмәрташҡа яҙыласаҡ, уға Магнитогорск ҡалаһына заказ биргәндәр.

Хәмит ауыл биләмәһе башлығы Фирүзә Ғәҙелшина белдереүенсә, Шәриптә обелиск яҡшы торошта, ә Хәмиттә тулыһынса яңыртыласаҡ. Әлеге көндә уның нигеҙен эшләүгә әҙерлек бара.

Тәпән ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙары ла обелискының тирә-яғын сүп-сарҙан таҙалап, ағартып, буяуҙарын яңыртҡан.

Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Читайте нас: