+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
9 Май 2020, 10:10

Йәш ғаиләләр ҡыуанасаҡ

Дәүләкән ҡалаһында 130 урынға иҫәпләнгән яңы балалар баҡсаһы барлыҡҡа киләсәк.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Дәүләкән ҡалаһында 130 урынға иҫәпләнгән яңы балалар баҡсаһы барлыҡҡа киләсәк. Ул, “Демография” милли проектының “Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар тыуҙырыу” төбәк проектына ярашлы, республика бюджеты иҫәбенә төҙөлә.
Барлыҡ заманса талаптарға яуап биргән яңы балалар баҡсаһы Дәүләкән ҡалаһының Көнбайыш урамы, 34 адресы буйынса сафҡа инә. Объекттың заказсыһы – төбәк Капиталь төҙөлөш идаралығы.
Әйтергә кәрәк, башлыса шәхси йорттарҙан торған биҫтә халҡы был баҡсаны күптән көтә. Бында башлыса бәләкәй балалары булған йәш ғаиләләр йәшәй, иң яҡын баҡсаға тиклем байтаҡ ара үтергә тура килә.
Яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы 2021 йылдың аҙағында - 2022 йылдың башында асыласаҡ, тип күҙаллана. Район хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов билдәләүенсә, төҙөлөштө башлап ебәргәнгә тиклем ярайһы уҡ күп ваҡытты алған әҙерлек эштәре башҡарылған: проект-смета документацияһы тупланған, дәүләт экспертизаһы үткәрелгән һәм иң мөһиме – Республика адреслы инвестиция программаһына инеүгә өлгәшелгән.
Фото: sky.zp.ua
Читайте нас: