+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
19 Май 2020, 12:13

Эргә-тирәбеҙ таҙа һәм матур булһын өсөн...

Яҙғы йәшеллек күҙҙе иркәләһә лә, юл буйҙарында, урам араһында туҙып ятҡан ҡый-һай ауылдың йөҙөн биҙәмәй. Һәр кем үҙенең йорт-ихата тирәһен таҙалап бөттө, ә бына дөйөм урындарға кеше ҡулы етеңкерәмәй.

Яҙғы йәшеллек күҙҙе иркәләһә лә, юл буйҙарында, урам араһында туҙып ятҡан ҡый-һай ауылдың йөҙөн биҙәмәй. Һәр кем үҙенең йорт-ихата тирәһен таҙалап бөттө, ә бына дөйөм урындарға кеше ҡулы етеңкерәмәй.
Был йәһәттән район үҙәгенең Көнсығыш биҫтәләрендә йәшәүселәрҙән өлгө алырға кәрәктер. Йыл һайын улар тирә-яҡты таҙартыу өмәләре ойоштороп, халыҡты йәлеп итә. Был биҫтәләрҙә йәшәүселәр дәррәү сығып, Ҡоръятмаҫ тауын, Иҙәш буйын сүп-сарҙан таҙарта. Быйылғы өмәне Асҡар ауыл биләмәһе депутаттары Морат Йәнбирҙин менән Йондоҙ Хисаметдинова башлап йөрөнө. Биҫтәлә йәшәүселәргә тәғәйен көн билдәләп, ҡыйҙы түгеү өсөн техника йүнләнеләр.
Көнсығыш биҫтәһендә йәшәүселәр өмәгә ихлас сыҡты. Тотош ғаиләләре, бала-сағалары менән изге эштән ситтә ҡалманылар. Етмешләгән кеше бер нисә сәғәт дауамында Ҡоръятмаҫ буйын иңләп, ҡыш буйына йыйылған ҡыйҙан таҙаланы. Ел осороп алып килгән ҡағыҙ, ҡапсыҡтар бөтә ерҙе баҫҡан. Урман араһында кеше ҡулы «тейгән» урындар ҙа байтаҡ. Тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратыу-сыларҙан «иҫтәлеккә» шешәләр, консервалар, төрлө ҡаптар ятып ҡалған. Хатта төҙөлөш материалдары ҡалдыҡтарын өйөм-өйөм итеп түгеүселәр ҙә булған. Улар ҙа моғайын, ошо биҫтәлә йәшәйҙер инде. Машинаға тейәп алып сыҡҡас, ниңә сүплеккә барып етмәҫкә? Шулай ҙа был яҡта инициативалы, әүҙем йәштәр күберәк, улар үҙҙәре өмәгә лә сыҡты, техникаһын да бирҙе. Тиҫтәләгән транспорт ҡыйҙы полигонға ташыны, дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерергә теләүселәр биргән тоҡтар ҙа сүп-сарҙы һалыу өсөн бик ярап ҡалды.
Бик ҙур һәм кәрәкле эш башҡарған өмәселәргә афариндан башҡа ни әйтәһең?! Таҙалыҡты, башҡаларҙың хеҙмәтен һанға һуҡмаған әҙәмдәрҙең бысрағынан тирә-яҡты арындырып, арып-талып ҡайтһалар ҙа өмәләрҙе артабан дауам итергә килештеләр.
Асҡарҙың эргә-тирәһен таҙартыу буйынса артабанғы өмәгә Тау, Колхоз урамдарында йәшәүселәр сыҡты. Был эште ошо яҡтың депутаты М. Йәнбирҙин ойоштороп, йорттар буйлап йөрөп сыҡһа ла дөйөм эшкә битараф ҡалыусылар күп булған. Өмәселәр быуа буйы, Суйынтапҡан шишмәһе, зыярат тирәһен сүп-сарҙан таҙартҡан. Ҡәберҙәрҙе тәртипкә килтереп, рәшәткәләрҙе буяғандан һуң кешеләр ҡалдырған бөтә ҡый изге урынды йәмһеҙләп ятҡан. Өлкәндәрҙең өмәгә сығыуын күреп, шул тирәлә футбол уйнаған бер төркөм малайҙар үҙ теләктәре менән килеп ҡушылған. Төрлө йәштәге малайҙар ихлас эшләп, әллә нисә тоҡ ҡый йыйған. Уларға бигерәк тә шишмәне бысраҡтан таҙартыу оҡшаған.
Балаларҙың дөргөн эшләүенә, эскерһеҙ ярҙамдарына ҡыуанып, бәләкәй өмәселәрҙе Мәҙинә Ибраһимова туңдырма менән һыйлаған. «Бындай илһөйәр, эшсән балалар үҫеп килеүе бик шатлыҡлы. Үҙҙәре йыйғас, улар башҡа ҡыйламаясаҡ, башҡаларҙы ла таҙалыҡты күҙәтергә өйрәтәсәк, тип ышанам. Хатта киләһе йылдарҙа үҙҙәре өмә үткәрер әле», — ти Мәҙинә Рәсих ҡыҙы.
Эргә-тирәнең матурлығы, йәшәгән урыныбыҙҙың таҙалығы тик үҙебеҙҙән. Дөйөм эшкә битараф ҡалмай, өмәләрҙә үҙ өлөштәрен индергәндәрҙең барыһына ла рәхмәт!
Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Читайте нас: