+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
22 Май 2020, 10:45

Юлдар тәртипкә килтерелә

Башҡортостанда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән тәүге объекттар файҙаланыуға тапшырылды. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Стәрлетамаҡ ҡалаһында 1,5 саҡрым оҙонлоҡта юл һыҙаты алмаштырылды. Өс саҡрым арауыҡта Стәрлетамаҡ – Салауат муниципаль-ара юлы ремонттан һуң сафҡа инде.
Башҡортостан Юл хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары Азамат Тайыпов хәбәр итеүенсә, милли проект сиктәрендә шулай уҡ 23 светофор, 248 юл тамғаһы ҡуйыласаҡ. 12, 33 саҡрым автомобиль юлы йүнәтеләсәк, 2, 96 саҡрымда юл үҙгәртеп ҡороласаҡ, 1,839 км яңы юл һалынасаҡ.
Тотош республика буйынса “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә 2020 йылда 303,9 саҡрым юл тәртипкә килтереләсәк, эштәр 107 төп объектта башҡарыласаҡ. Шулай уҡ 459 данаға фотовидеофиксация камералары артасасҡ. Был маҡсаттарҙа 7324,7 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк, шуның 2223 миллион һумы федераль бюджеттан бүленә.
Читайте нас: