+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
23 Май 2020, 10:15

Ваҡытынан алда файҙаланыуға тапшырылды

Бөгөн Башҡортостанда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы ремонтланған тәүге юл участкалары файҙаланыуға тапшырылды.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Бөгөн Башҡортостанда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы ремонтланған тәүге юл участкалары файҙаланыуға тапшырылды.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының Хоҙайбирҙин урамында “Дортрансстрой” йәмғиәтенең подряд ойошмаһы 1,5 километрлыҡ участканы төҙөкләндерҙе. Бында иҫке асфальт яңыртылды, термопластиктан тамға һалынды.
Быйыл милли проект нигеҙендә Стәрлетамаҡта 15,5 саҡрым юлды төҙөкләндереү, ике урам сатын реконструкциялау, 11 светофорҙы алмаштырыу күҙаллана.
Сафҡа индерелгән икенсе объект – Стәрлетамаҡ районында муниципаль-ара әһәмиәттәге Стәрлетамаҡ – Салауат автомобиль юлы. Халыҡтың үтенесе буйынса төҙөкләндерелгән участканың оҙонлоғо – өс километр.
“Милли проектҡа ярашлы, тотош Башҡортостан буйынса 303,09 километр юлды тәртипкә килтерәбеҙ, эш 107 объектта бара”, – тине республиканың Юл хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары Азамат Тайыпов. Уның әйтеүенсә, конкурс ғәмәлдәре ваҡытында үткәрелгәнгә күрә, төбәктә юл-төҙөлөш миҙгеле апрелдә үк башланды, ә уңайлы һауа шарттары эште ваҡытынан алда тамамлауға булышлыҡ итә.
Фото: республиканың Юл хужалығы идаралығы.
Читайте нас: