Уларға ярашлы, быйыл төбәктәргә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыу өсөн өҫтәмә субсидиялар бүленәсәк. Бирелгән дәүләт ярҙамы сүп-сарҙы айырым һалыу өсөн контейнерҙар алыуға тотоноласаҡ.
Бынан тыш, сүп-сарҙы айырып йыйып, тейешле контейнерҙарға илткән кешеләргә оператор хеҙмәте өсөн түләүгә ташламалар булдырыу ҙа ҡаралған.
Бөгөнгө көнгә Рәсәйҙә 70 миллион тоннанан ашыу ҡаты ҡалдыҡ тупланған, ә эшкәртеү менән ни бары 1200 предприятие шөғөлләнә, был йылына 3,5 миллион тонна ғына тигән һүҙ.