Был эштәрҙе пандемия мәлендә лә башҡарырға мөмкин. Ә йорттар эсендәге башҡара торған эштәр ваҡытлыса туҡтатылған. Башҡортостанда 2020 йылда был программаға 829 йорт эләгә, уларҙың 391-дә ҡыйыҡ ремонтланасаҡ. Бөгөнгө көндә 40 ремонтланған, 124 йортта был эштәр бара. Фасадтар буйынса 79 йортта ремонт эшләр кәрәк, әлеге мәлдә 28-дә эштәр бара, бер йортта тамамланған.