+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
2 Июнь 2020, 11:28

Күмәкләгән яу ҡайтарған

Һәр ауылда, элеккесә, халыҡ мәнфәғәтендәге дөйөм эштәрҙе өмәләп башҡарыу ҡайтанан тергеҙелә башлауы ҡыуаныслы.

Һәр ауылда, элеккесә, халыҡ мәнфәғәтендәге дөйөм эштәрҙе өмәләп башҡарыу ҡайтанан тергеҙелә башлауы ҡыуаныслы.
Мәхмүт ауылының мәсетендә лә төҙөкләндереү буйынса ҙур өмә үтте. Имам Булат ағай Шаһивәлиев, мөәзин Вәли Ильясов, ауыл Советы депутаттары Рәсүл Килдейәров, Мөнир Нарынбаев һәм староста Раиф Килдейәровтар эшлекле ир-уҙамандарҙы йыйып, күмәкләшеп, уҙған йылда башланған бина стенаһын көпләү эшен теүәлләп ҡуйҙы. Унан инде сереп ҡоларға торған ағас бағаналар урынына тимерҙән ултыртып, штакетниктарҙы алып, мәсет биләмәһен профлист менән уратып алды. Инеү урынына тимерҙән манара формаһында эшләнгән матур ҡапҡа әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итә: был мөғжизәне Тимур Баҡыевтың оҫта ҡулдары тыуҙы ған.
— Тимурҙың тырышлығы һәм оҫталығы менән семәрләп көмбәҙ формаһында эшләнде был ҡапҡа, — тип ҡыуана мәхмүттәр. Өмә көндө ул ҡапҡаны урынлаштырып, буяп та ҡуйған дөргөн ауылдаштар.
Әйткәндәй, Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе Тимур Баҡыев отпускаға ауылға ҡайтыу менән ауылдаштары өсөн бик күп эштәр башҡара. Ауыл янындағы тау башына ял итеү урыны ла эшләгән ул. Бына әле мәсетте төҙөкләндереүҙәге бөтә иретеп йәбештереү эшен атҡарып сыҡҡан.
Ауылдаштары өсөн йән атып торған Тимур Хөснулла улы бөгөн шулай уҡ балалар майҙансығына төрлө уйын ҡорамалдары яһау менән мәшғүл. Был майҙансыҡ Мәхмүттә «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамында яҡшы әҙерләнгән өсөн бирелгән аҡсаға алынған материалдар иҫәбенә эшләнә.
Был көндө Илфат Исҡужин үҙ машинаһында кәрәкле материалдарҙы ташып, ҙур ярҙам күрһәткән. Асҡар егете Рөстәм Вәлиев мәсеткә бушлай бәҙрәф биреүенә ысын күңелдән рәхмәтле мәхмүттәр.
— Риф Сафин, Рамил Тимерйәнов, Айнур һәм Артур Таһировтар, Рәсүл Мусин, Сәлимйән Юлдыбаев, Байрамғол Насирйәнов, Фәйезйән Тайсин, Наил Һәм Раиф Килдейәровтар, Кәрим Сәйетбатталов, Марсель һәм Мансур Баҡыевтар, Кәрим Сәйетбатталов ҙур күләмдә эш башҡарыуға булышлыҡ иттеләр. Ауылдың иң олоһо булған Нәҙир ағай Сафин да дөйөм эштән ситтә ҡалманы, — тип оло рәхмәттәрен еткерә ауылдаштарына ветерандар ойошмаһы рәйесе Вәхит Ильясов.
Өмәселәрҙе Сәғиҙә Ушанова менән Вәсимә Бәхтийәрова тәмле аш бешереп һыйлаған.
Р. ИТАЛМАСОВА.
Читайте нас: