“Эштәр 100-гә яҡын участкала алып барыла, — тип яҙа ул. — Ҡайһы бер объекттарҙы ваҡытынан алда тапшырырбыҙ. Ярай әле, һауа торошо һәйбәт. Стәрлетамаҡтан Салауатҡа илткән автомобиль юлында, Стәрлетамаҡта Хоҙайбирҙин урамында ремонт эштәре тулыһынса тамамланған, ҡабул итеү эштәре бара. Өфө – Иглин – Ҡыҙылъяр – Павловка юлында тиҙҙән япма түшәй башлайҙар. Әбйәлил, Асҡын, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Көйөргәҙе, Стәрлебаш, Тәтешле, Федоровка, Шаран райондарында юлдарҙы әүҙем тәртипкә килтерәбеҙ”.
Беҙҙең районда күптән йөҙәткән Асҡар – Аэропорт юлындағы участкаға яңыртып асфальт һалыу эше аҙағына яҡынлаша. Бынан тыш, район ауылдарын тоташтырған юлдарҙы соҡорҙарҙы ямау, юл һыҙаттары һалыу, юл билдәләре ҡуйыу, күперҙәрҙе йүнәтеү эштәре лә әүҙем бара.