-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
9 Июнь 2020, 11:50

Асҡарҙың үҙәк өлөшөндә һыуһыҙ ултырмаясаҡтар

Көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек программаһы сиктәрендә Асҡарҙа Иҙәш скважинаһынан Юбилей урамы буйлап 840 метр һыу үткәргес яңыртыла

Көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек программаһы сиктәрендә Асҡарҙа Иҙәш скважинаһынан Юбилей урамы буйлап 840 метр һыу үткәргес яңыртыла.
Был трассанан аҡҡан һыуҙы Асҡарҙың үҙәк өлөшөндә йәшәүселәр һыулай, ойошмалар һәм предприятиелар файҙалана, шулай уҡ үҙәк район дауаханаһы резервуарына тултырыла. 1965 йылда һалынған суйын торбалар, файҙаланыу ваҡыты үтеүҙән, сереп-тишелеп бөткән булған. Йыш ҡабатланған аварияларҙа эш ямап-ялғап тороуҙан да үткәс, былтыр селтәрҙе хеҙмәтләндереүсе «Асҡар» МУП-ы уны ябып, һыуҙы ваҡытлыса юл аша тура тоташтырырға мәжбүр булған.
Район үҙәге өсөн мөһим һыу үткәргесте капиталь ремонтлау мәсьәләһе көн ҡаҙығына сығарылып, объект ағымдағы йылда райондың көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек программаһына индерелгән. Һыу үткәргесте модернизациялауҙы «Асҡар» МУП-ы һәм Урал аръяғы УЭМВС-ы хеҙмәткәрҙәре башҡара. Эскаваторҙа траншея ҡаҙыуҙа Сәғәҙәт Хисмәтов һәм Мырҙағәле Рәхмәтов эшләй. SDR-17 маркалы заманса полиэтилен торбалар һалына. Уларҙы махсус үтек ярҙамында йәбештергән Илдар Сафиуллин етәкселек иткән иретеп йәбештереүселәр бригадаһында Рөстәм Бүләков, Рифат Борханов, Вәлит Әминев тырышлыҡ күрһәтә. Вадим Мөхәмәҙиев тоташтырыуҙа йөрөй. Эш барышын торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың баш инженеры И. Ә Шәмсетдинов һәм УЭМВС-тан мастер З. М. Ғәлимов контролдә тота. Торба һалынған участкаларҙа соҡорҙар күмеп барыла. Быға «Информтехника» ЯСЙ-һы техникаһы йәлеп ителгән.
Комсомол урамында ла «Ҡунаҡ йорто»нан Ленин урамы менән киҫешкән ергә тиклем 80 метр һыу кәргес яңыртыла.
Читайте нас: