– Коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш алып барылған ваҡиғалар солғанышында вазифауи бурысымды башлағанда йөкләмә итеп ҡабул иткән ҡарарҙар тураһында ла онотмайбыҙ. Шундай мөһим эштәрҙең береһе – 2024 йылға тиклем 2000 ихатаны ремонтлау. Ошо рәүешле,беҙ һәр ихатаны тиерлек төҙөкләндерәсәкбеҙ, – тип яҙҙы төбәк Башлығы Р. Ф. Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә.
Ихаталарҙа юлдарға һәм тротуарҙарға асфальт һалына, балалар һәм спорт майҙансыҡтары урынлаштырыла, видеокүҙәтеү камералары, яҡтыртыу лампалары урынлаштырыла, биләмәне йәшелләндереү башҡарыла.