+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
11 Июнь 2020, 12:35

Мәйгәштелә балалар өсөн уйын майҙансығы ҡалҡты

Ул бер ниндәй ҙә проект йәки программа аша тормошҡа ашырылманы, ә бары ихлас теләк һәм оҫта ҡулдар арҡаһында хасил булды.

Ул бер ниндәй ҙә проект йәки программа аша тормошҡа ашырылманы, ә бары ихлас теләк һәм оҫта ҡулдар арҡаһында хасил булды.
Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе Амур Сөнәғәтов ғаиләһе менән тыуған ауылына йыш ҡайта. Ә йәйге ялдарын ғаилә тулыһынса бында үткәрә. Тик ауылда балалар өсөн уйнарға бер ниндәй ҙә шарттар булмауы атай кешене борсой һәм ул майҙансыҡ эшләргә ҡарар итә. Быйылғы оҙайлы карантин Амур Мирйән улының хыялын тормошҡа ашы-рырға мөмкинлек бирә.
Һөнәре буйынса төҙөүсе, ҡалала шәхси фирмала монтажсы булып эшләгән уҙаман бер үҙе эш башлай. Төҙөлөш материалдары өсөн аҡсаһын йәлләмәй. Изге ниәтте хуплап, ярҙамға ауылдаштары ла ҡушыла. Әҙ-әҙләп кем бағана, кем таҡта ме-нән ярҙам итә. Пилорама хужаһы Ишморат Әминевтан штакетник алалар. Йәштәр шиналар йыйып килтерә. Тимерғәле Сөнәғәтов, Юнир Ғәбитов, Зәүрә Билалова, Рәйфә Камалова шал менән яр-ҙам итә. Кәңәшле, берҙәм эш тиҙ ырай. Ир-егеттәр төҙөлөш эштә-рен тамамлағас, Рәйфә Камалова, Гөлдәр Әҙелмырҙина, Гөл- наз Мөхәмәҙиева, Айгөл Сафина, Зәүрә Билалова буярға сығалар.
Майҙансыҡ Халыҡ-ара бала-ларҙы яҡлау көнөнә эшләп өл-гөртөлә. Уны асыу уңайынан клуб мөдире Фирүзә Сафина кескәй-ҙәргә күңелле уйындар ойош-торған.
Читайте нас: