+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
11 Июнь 2020, 11:24

Юлдар төҙөү ауыр булһа булһын...

Өфөлә 2017 йылдан алып “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты тормошҡа ашырыла. Өс йыл эсендә урам-юл селтәренең 112 участкаһы тәртипкә килтерелде.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өфөлә 2017 йылдан алып “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты тормошҡа ашырыла. Өс йыл эсендә урам-юл селтәренең 112 участкаһы тәртипкә килтерелде.
Быйыл юл төҙөү миҙгелендә баш ҡалала 22 участка төҙөкләндереләсәк. Өҫтәүенә, милли проектҡа ярашлы, биш участкала светофорҙар ҡуйыласаҡ.
Юл аша сығыу урындарында бейек булмаған 1200 погон метр оҙонлоғондағы тимер кәртәләр ҡуйыу йәйәүлеләрҙе машиналар аҫтында ҡалыуҙан һаҡлаясаҡ, тәртип булдырасаҡ. Был эш йәйге миҙгелдә тамамланырға тейеш.
Юлдар төҙөлөшө ауыр, ҙур хеҙмәт талап итә, кешеләр хәүефһеҙлеге, именлеге туранан-тура уның сифатына бәйләнгән. Бөтә был саралар өфөләрҙең бәлә-ҡазаға юлығыуын кәметер, юл йөрөү хәүефһеҙлеген тәьмин итер, тип уйлайбыҙ.
Фото: Өфө ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: