+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
3 Июль 2020, 12:25

Киләсәк быуындарға аманат

Ҡырҙас, Буҙыҡай, Әхмәт ауылдары Бөйөк Ватан һуғышына 213 һөлөктәй ир-егетте оҙата, уларҙың 102-һенә еңеү шатлығы менән тыуған тупраҡҡа кире аяҡ баҫырға яҙмай...

Ҡырҙас, Буҙыҡай, Әхмәт ауылдары Бөйөк Ватан һуғышына 213 һөлөктәй ир-егетте оҙата, уларҙың 102-һенә еңеү шатлығы менән тыуған тупраҡҡа кире аяҡ баҫырға яҙмай... Туҡтауһыҙ әйләнгән ваҡыт тәгәрмәсе лә аямай: әле 9 майҙа ғына Ҡырҙастың һуңғы ветераны Зәки Дәүләткирәевты Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы тәбрикләгәйнек, ул да хәҙер гүр эйәһе булды. Килер быуындар ҡаһарман ауылдаштары хаҡында белеп үҫһен, изге хәтер юйылмаһын, тигән маҡсатта ҡырҙастарҙың берҙәм көс менән мемориал комплекс төҙөү ниәте тормошҡа ашты. Киләсәккә аманат итеп ҡалдырыласаҡ ташҡа уйып яҙылған еңеү һалдаттарының исем-шәрифтәрен ел-ғәрәсәттәр, илаҡ ямғырҙар бер ҡасан да юйып-йыуып төшөрә алмаясаҡ.
Мемориал комплекс Еңеү көнөнә үк өлгөртөлгәйне. Хатта Зәки апа ла унда яуҙаштары иҫтәлегенә сәскә һалырға өлгөрҙө. Әммә пандемия арҡаһында уны рәсми асыу тантанаһы кисектерелде. Һәм бына, ниһайәт, был сара уҙҙы. Һағышлы ла, моңһоу ҙа тантанала мәртәбәле ҡунаҡтар — район башлығы И. Т. Нафиҡов, Өфө урман-техник техникумы директоры Д. Ә. Әхмәтйәнов, БР урман хужалығы министры урынбаҫары А. З. Әхтәмов, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, скульптор Р. Н. Зиннуров, Учалы ҡалаһынан «Уральские камни» йәмғиәте генераль директоры Х. Ф. Хәсәнов, БР Конституция суды рәйесе урынбаҫары Х. А. Вәлиев ҡатнашты. Ауыл халҡы мемориалды төҙөүгә өлөш индергән, ярҙам ҡулы һуҙған һәр кемде ихлас ҡабул итте.
— Күмәкләп тырышҡас, ҡырҙастарҙың хыялы ысынбарлыҡҡа ашты. Ауылдың иҫтәлекле, матур урыны булып оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен. Уны һаҡлағыҙ, ҡәҙерләп, тәрбиәләп тороғоҙ, — тине Илдар Таһир улы.
Бынан ике йыл элек йыйында Ҡырҙас халҡы үҙҙәренең шәхси иҫәбенә обелискыны яңыртыу мәсьәләһен күтәреп сыға. Изге эшкә ҡырҙа йәшәгән ауылдаштар ҙа өлөш индергәс, 109 мең һум иғәнә йыйыла. Быға өҫтәп абруйлы ауылдаштары — Салауат Юлаев һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры, партия, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре Д. Ә. Әхмәтйәнов һәм район башлығы И. Т. Нафиҡов республика ҡаҙнаһынан да аҡса юллай. Ошо рәүешле 2014 йылда нигеҙ һалынған «Еңеү паркы»нда башҡорт яугиры һыны менән тотош мемориал комплекс ҡалҡып сыға.
Сарала ҡатнашыусы Д. Ә. Әхмәтйәнов:
— Әгәр халыҡ бер төптән күтәрелмәһә, был эште башҡарып сығып булмаҫ ине. Ауыл халҡына ҙур рәхмәт. Район етәксеһенең яурынын тойоу, даими ҡыҙыҡһынып тороуы көс өҫтәне. Комплекс мөһабәт, күркәм килеп сыҡты. Уның асылы берәү генә — киләсәк быуындар яугир ата-бабаларын онотмаһын, ихтирам итһен. Илде яҡлау — ир-егеттең мөҡәддәс бурысы. Тыуған ил өсөн башын һалған, яу яланында ятып ҡалған, утты-һыуҙы кисеп, иҫән ҡайтып халыҡ хужалығын тергеҙгән уҙамандар хаҡында хәтер йәшәргә тейеш. Ҡабат ундай афәттәр күрергә яҙмаһын, — тине.
Мемориалдың үҙәгендә урын алған башҡорт яугиры һыны — ошо төбәк фронтовиктарының йыйылма образы. Скульптор Рафаэль Зиннуров бик күп фотоларҙы өйрәнеп, дөйөм образ тыуҙырыу өҫтөндә оҙаҡ эшләгән.
— Илебеҙҙә һуғыш шаңы ҡағылмаған бер генә ғаилә лә юҡ. Бөгөнгө тыныс тормош өсөн ҡан-йәш түккән яҡындарыбыҙ, ғөмүмән, еңеүгә ышаныс менән шул осор ауырлыҡтарын күтәргән совет халҡы алдында оло бурыслыбыҙ. Үҙемдең бурысымды уларҙың һындарын мәңгеләштереүҙә күрәм. Был минең һуғыш ветерандары темаһына ҡуйған икенсе һәйкәлем. Тәүгеһе тыуған ауылымда, — тине Рафаэль Нариман улы.
Исем-шәрифтәрҙе ҡара гранит таҡтаташтарҙа яҙыуҙы башҡарған «Уральские камни» йәмғиәте етәксеһе Хөснөтдин Хәсәнов та һәр ауыл үҙенең ҡаһармандары тураһында иҫтәлекте ошолай мәңгеләштерергә бурыслы тине. Элгәре обелискыларҙа һуғышта һәләк булғандар исемлеге генә булһа, һуғыштан ҡайтып вафат булған фронтовиктар ҙа онотолорға тейеш түгел, тине ул.
Хәйҙәр Вәлиевты ҡырҙастар менән яҡташлыҡ рухы ғына түгел, ҡан-ҡәрҙәшлек ептәре лә бәйләй. «Әсәйем сығышы менән Әхмәт ауылынан», — тип мемориалда исеме яҙылған яугир олатаһының рухы алдында баш эйергә килеүе хаҡында әйтте.
Район башлығы И. Т. Нафиҡов комплексты төҙөүҙә һәр береһенең өлөшө булған сара ҡунаҡтарына һәм бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән эшҡыуарҙарға район хакимиәтенең рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Урындағы биләмә башлығы Р. Р. Ғәйзуллин иһә төҙөлөш эштәренең уртаһында ҡайнаған әүҙем ауылдаштарын — Илшат Ғиниәтов, Айнур, Рөстәм Сафиуллиндар, Илнур Кирамов, Мораҙым Әхмәтйәнов, Рамаҙан Хәлилов, Рәйес Кейекҡужин, Зиннур Шафиҡов, Рифат Баймөхәмәтов, Рөстәм Мәсәлимов, Мусауар Билалов, Рәсүл Ғәлимйәнов, Данис Лоҡманов, Динир, Азамат, Салауат Солтановтарҙы Ҡырҙас ауыл биләмәһе хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Таҫма киҫеү хоҡуғы И. Т. На-фиҡовҡа һәм Д. Ә. Әхмәтйәновҡа бирелде.
Читайте нас: