Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда үтәсәк семинарҙа «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» Милли проекты сиктәрендә республика муниципалитеттары вәкилдәре төҙөкләндереү буйынса тәжрибәләре менән уртаҡлашасаҡ. Шулай уҡ семинарҙа төп темаларҙың береһе булып, республика программаларын Федераль милли проекттар менән бер йүнәлешкә бәйләп, тормошҡа ашырыу тора.