+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
21 Июль 2020, 12:42

Ауылдар матур һәм таҙа булһын өсөн

Байым биләмәһе хакимиәте башлығы Й. Н. Зәйтүнов бөтә ауылдарға ла тигеҙ ҡарарға, һәр береһендә төҙөкләндереү эштәре башҡарырға тырыша.

Райондың иң ҙур биләмәһе булған Байым төбәгендә бөтәһе ун ауыл иҫәпләнә. Улар һәр береһе үҙ хәстәре менән йәшәй, халыҡты борсоған проблемалар ҙә тыуып тора. Байым биләмәһе хакимиәте башлығы Й. Н. Зәйтүнов бөтә ауылдарға ла тигеҙ ҡарарға, һәр береһендә төҙөкләндереү эштәре башҡарырға тырыша. Етәксенең һәм урындағы активтың, халыҡтың инициативаһы менән йыл да нимәлер төҙөлә йәки ремонтлана. Йәлил Насиб улы ағымдағы йылда биләмәләге хәстәр-мәшәҡәттәр тураһында бәйән итте:
— Биләмә үҙәге — Байымда балалар өсөн өр-яңы уйын майҙансығы барлыҡҡа киләсәк. «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» программаһы буйынса башҡарылған был төҙө-лөшкә аҡса килде. Майҙансыҡтың үҙенә 98 мең һум, тирә-яғын кәртәләп алыуға 95 мең һум тотоноласаҡ. Подрядсы ойошма төҙөлөш эштәрен башланы, ошо арала тамамларға иҫәп тота. Элекке мәктәптең ташландыҡ хәлдә ятҡан баҡсаһында буласаҡ уйын майҙансығы ауылды йәмләр, балаларҙың яратҡан урынына әүерелер тип ышанам. Тағы ла Байымда күптәнге бер проблема хәл ителәсәк: янғын һүндереү машинаһы өсөн йылы бокс төҙөләсәк. Быға тиклем йылы миҙгелдә генә халыҡ хәүефһеҙлеге һағында булған ут һүндереү машинаһы йыл әйләнәһенә сафта буласаҡ.
Иҫке Балапанда ла балалар майҙансығы барлыҡҡа килде, ауылда бәләкәстәр өсөн уйнар урын юҡ ине. Ауыл биләмәһе хакимиәте ҡаҙнаһынан был маҡсатта бирелгән 95 мең һум аҡсаға төрлө уйын ҡорамалдары һатып алынды. Ауыл Советы депутаты Ғәбдинур Йосопов, староста Данис Ғәлиуллин әүҙем ярҙам итте, ауылда йәшәүселәр өмәгә сығып, майҙансыҡты ҡорҙо. Ҡатын-ҡыҙҙар эшселәргә сәй әҙерләне.
Башҡа урындарҙағы кеүек үк, беҙҙә сүп-сар реформаһы буйынса үҙгәрештәр дауам итә. Былтыр ауылдарға алты контейнер ҡуйылғайны, быйыл тағы алтауҙы алдыҡ. Контейнерҙарҙы ауылдар буйлап таратыуҙа ла Ғәбдинур Зекериә улының ярҙамы ҙур булды. Ошо көндәрҙә Яйҡарға контейнер киләсәк. Байым менән Туйышта әлегә сүп-сар өй беренсә, ҡапсыҡлап, йыйыла. Контейнерҙар һаны сикле булыуға ҡарамаҫтан, улар тирәһендә сүп-сар туҙып ятмай. Ауыл халҡының һауыт тулы булған саҡта ҡыйҙы ташламауы, хәлде аңлап ҡабул итеүе һәйбәт күренеш тип һанайым.
Иҫке Ғәбдин ауылында зыяраттың кәртәһе булманы, ауыл биләмәһе биргән аҡсаға, халыҡ үҙенекен ҡушып, бергәләп ҡойма эшләнек. Йәнекәй менән Ғәбдин ауылдарында йәшәүселәрҙең иғәнә аҡсаһына мәсет төҙөлә. Йәнекәйҙә ауыл Советы депутаты Заһир Дауытов төҙөлөш барышын контролдә тота, Сәйфулла Ғайсин төрлө эштәрҙә ярҙамлаша. Ғәбдиндә имам-хатиб Ишбулат Йәнһарин иман йортон күтәреүгә етәкселек итә.
Рәхмәттә Тыныслыҡ урамына 700 метр ҡырсынташ түгелде. Яңы урамда юлды төҙөкләндереү эше юлға урындағы бюджет иҫәбенә башҡарылды.
Мораҡайҙа «Аныҡ эштәр» программаһы буйынса обелиск ремонтлана. Биләмәлә ул иң иҫкеһе ине. Подрядсы ойошма әлеге ваҡытта мемориалдың каркасын ҡороу менән мәшғүл. Был объекттың хаҡы 150 мең һум буласаҡ, унда Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең исем-шәрифтәре яңыртылып яҙыласаҡ.
Йәнекәйҙә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан өр-яңы обелиск сафҡа индерелде. Был ауылда шулай уҡ 20 нөктәлә лампалар диодлыларға алыштырылды.
Әлбиттә, пандемия арҡаһында планлаштырылған эштәрҙең барыһын да тормошҡа ашырып булмаясаҡ. Сөнки, бюджет кәмене. Мәҫәлән, Аһылайҙа быйыл төҙөлөргә тейешле балалар баҡсаһын финанслау кисектерелде. Күптән яңыртыуҙы талап иткән Рәхмәт клубының да яҙмышы билдәһеҙ. Шулай ҙа, тормош дауам итә һәм көндәлек эштәр бара. Республикала иғлан ителгән Зауыҡлы биләмәләр йылында төбәгебеҙҙең ауылдары йөҙөн матурлау, уларҙы таҙалыҡта һәм тәртиптә тотоу өсөн бөтә көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ.
Читайте нас: