+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
21 Июль 2020, 12:11

Ҡышҡылыҡҡа әҙерлек бара

Әлеге көнгә ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек буйынса ниндәй эштәр башҡарылған һәм нимәләр планлашты-рыла — был турала «Асҡар» МУП-ы директоры Руслан Әйүпов һөйләй.

Йәй — ремонт һәм төҙөлөш мәле. Айырыуса торлаҡ идаралыҡтары өсөн ҡыҙыу осор ул. Әлеге көнгә ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек буйынса ниндәй эштәр башҡарылған һәм нимәләр планлашты-рыла — был турала «Асҡар» МУП-ы директоры Руслан Әйүпов һөйләй.
— Беҙҙең предприятие өс йүнәлештә — торлаҡ идараһы, йылытыу һәм һыу менән тәьмин итеү буйынса эшләй. Күп фатирлы 37 йортто хеҙмәтләндерәбеҙ, уларҙың шәхси йылытыу ҡаҙанлыҡтары ҡу-йылған өсәүһенә һыу биреү беҙҙең ҡарамаҡта. Ҡалғандарын ҡышҡыһын үҙәк ҡаҙанлыҡ йылылыҡ менән тәьмин итә. Ремонт эштәрен барлағанда, бөгөнгә газ ҡаҙанлыҡтарын техник хеҙмәтләндереүҙе башҡарҙыҡ. Слесарҙәр төтөн юлдарын таҙартып, ныҡ янған кирбестәрҙе алмаштырҙы. Йылы һыу даими аҡҡан торбаларҙы тикшереп, тығылған урындарын яңыртып ҡуйҙыҡ. Ҡаҙанлыҡ бинаһының эсендә тулыһынса буяу эштәре башҡарылып, тәртипкә килтерелде.
Йылытыу трассаларының сафтан сыҡҡан келәләре яңыртылды. Матросов урамының 3-сө, Киров урамының 5-се, Гагарин урамының 3-сө, Таңатар урамының 12/2-се, Учалы урамының 10-сы һанлы йорттарында һыу менән тәьмин итеү системаһында ла яңы келәләр ҡуйҙыҡ. Шайморатов урамындағы канализация ҡоҙоҡтары ҡапҡастары алмаштырылды.
Учалы урамындағы 14-се йортта подъездарҙы ремонтлау дауам итә. Бында ишектәр алмаштырылып, пластик тәҙрәләр ҡуйыласаҡ, кафель һәм ағас иҙәндәр һалынасаҡ. Ошондай уҡ төҙөкләндереү эше Шайморатов урамы, 11 адресы буйынса дүртенсе подъезда ла көтөлә.
Ағымдағы ремонт та туҡтамай, мәҫәлән, Матросов урамының 5-се йортонда канализация торбаһының бер өлөшө пластикка алыштырылды.
Быйыл 840 метр оҙонлоҡтағы «Иҙәш» скважинаһынан сыҡҡан һыуүткәргесте төҙөкләндереүгә аҡса бүленде. Ул юл ремонт-төҙөлөш идаралығынан башлап, Юбилейная урамына тиклем дауам итә. Тап ошо һыуүткәргес аша үҙәк дауаханаға һыу килә. Иҫкергән сөгөн торбалар урынына түбән баҫымлы пластик торбалар һалынды, тәрән насостар яңыртылды. Комсомол урамында сафтан сыҡҡан 100 метрлыҡ һыуүткәргес төҙөкләндерелде.
Беҙ шулай уҡ быйыл мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларындағы һәм мәктәптәрҙәге янғынды иҫкәртеүсе автоматик ҡоролмаларҙы хеҙмәтләндерәбеҙ, бындай сигнализация 52 объектта бар.
Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурыс йыймай, ваҡытында түләп барһын ине, тип теләге килә. Йылытыу миҙгеленә бурысһыҙ инеү хәйерле. Үҙ сиратыбыҙҙа, һеҙ ҡышты йылы һәм уңайлы фатирҙарҙа ҡаршылаһын өсөн тырышасаҡбыҙ.
Әлиә МУСИНА яҙып алды.
Читайте нас: