+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
4 Август 2020, 12:00

Сибай юлы ыҙаһы бөтәсәк

Халыҡты оҙаҡ йылдар йөҙәткән мәсьәләнең хәл ителеүен — Сибайға тиклем асфальт юл һалына башлауын әбйәлилдәр шатланып ҡабул итте, сөнки ошо ҡалала урынлашҡан төрлө ойошма-учреждениеларға йомоштар төшөп кенә тора, ундағы юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында белем алған яҡташ студенттар һаны ла ишле генә. Соҡор-саҡырлы шоссенан унда барып-ҡайтыу ыҙаһын юл йөрөүселәр яҡшы белә...

Асҡар — Әлмөхәмәт — Сибай юлына тотошлай асфальт түшәүҙе өс этапта башҡарыу күҙаллана. Тәүге этапта, йәғни быйыл, Хәлилдән Әлмөхәмәткә табан 6400 метр оҙонлоҡта юл асфальтланасаҡ. Дөйөм алғанда был эштәрҙең хаҡы 89 миллион һум тәшкил итә.
Проекттың заказсыһы республиканың Юл хужалығы идаралығы булһа, эштәрҙе «Башкиравтодор» акцио-нерҙар йәмғиәтенең Әбйәлил юл ремонт-төҙөлөш идаралығы башҡара.
Бөгөн был участкала эштәр башланған да инде. «Камацу» һәм «Хитачи» бульдозерҙарында Руслан Мөхәмәтов менән Руслан Йыһаншин юл һыҙатын әҙерләү менән мәшғүл, йәғни полотно, дәүләт стандарты талаптарына яраш-лы хәлгә килтерелә.
Юлдан алынған эре таштар ошонда уҡ күсереп ҡуйылған таш ваҡлағыс цехында онталып, асфальт түшәләсәк урынға ҡайтанан һалынасаҡ. Был, әлбиттә, асфальт һалыуға киткән сығымдарҙы ниндәйҙер кимәлдә кәметергә булышлыҡ итә. Цех эшселәре Ринат Килдин, Әнис Хәсәнов, Мөхәрләм Ғәлиуллин үҙҙәренә ҡушылған бурысты ҙур яуаплылыҡ тойоп башҡара.
Ошо аҙнала Байым йүнәлешендәге юл эштәрен теүәлләү менән Әбйәлил юлсылары Әлмөхәмәт — Сибай участкаһына күсәсәк. Быйылға планлаштырылған күләмде октябрь айына тамамларға ниәтләйҙәр.
Икенсе этапта, йәғни киләһе йылда, тағы 6 саҡрым юлда асфальт һалыныуы көтөлә. Унан инде, өсөнсө этапта, бөтәһе 18 саҡрым тирәһе булған трассаның ҡалған өлөшө асфальт менән ҡапланһа, әбйәлилдәр өсөн Сибайға юл ыҙаһы бөтәсәк.
Читайте нас: