Ике төркөмлөк бинаға, сафҡа ингәне бирле, 1989 йылдан бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт эшләнмәгән. Баҡсаның шау тәҙрәләрҙән тороуы кескәйҙәр өсөн яҡты, күңелле булһа ла, йылылыҡ йәһәтенән һәр саҡ проблема тыуҙырған. Әсе елдәр, бурандар үтә өргән. Шуға күрә йыйындарҙа әүәл-әүәлдән ата-әсәләр ошо һорауҙы күтәрә килгән.
Һәм, ниһайәт, «Аныҡ эштәр» проектынан бүленгән 511 мең һум аҡса ярҙамында хәлилдәрҙең күптәнге мәсьәләһе хәл ителде. Иҫке өлгөләрҙе демонтажлауҙы атайҙар үҙ өҫтөнә алһа, пластик тәҙрәләр ҡуйыуҙы «Баймырҙин» КФХ-һы башҡарған. Йәмил Баймырҙин етәкселегендә төҙөүселәр бригадаһы – Илһам Хөснөтдинов, Азат Мостафин, Вадим Ғәлимов ике тиҫтәнән ашыу тәҙрәне яңыртып, эште ике аҙна эсендә тамамлаған.
– Йылдың йылы «Берҙәм Рәсәй» партияһының аныҡ ярҙамын тойоп киләбеҙ. «Аныҡ эштәр» проекты буйынса ғына айырып әйткәндә, Хәлилдәге хоккей майҙансығы йәштәрҙең иң яратҡан урынына әйләнде, үҙҙәре үк тәрбиәләп тоталар. Былтыр Әбделмәмбәттә мәктәптең тәҙрәләрен яңыртыуға өлгәштек. Әле килеп Хәлил балалар баҡсаһының иң киҫкен проблемаларының береһен хәл иттек. Пандемия арҡаһында әлегә өйҙә ултырған кескәйҙәр тиҙҙән яҡты ғына түгел, йылы ла баҡсаға йөрөй башларҙар, тип уйлайым. Ата-әсәләр, баҡса хеҙмәткәрҙәре исеменән «Берҙәм Рәсәй» партияһына, район етәкселегенә һәм сифатлы, йылдам эштәре менән ышанысты аҡлаған, беҙҙең менән даими хеҙмәттәшлек иткән Й. Р. Баймырҙинға, төҙөүсе егеттәргә рәхмәт белдерәм, – ти Хәлил ауыл биләмәһе башлығы А. Б. Хәйбуллин.
Әйтергә кәрәк, балалар баҡсаһы һуңғы йылдарҙа Хәлил урта мәктәбе ҡанаты аҫтында эшләй. Мәктәп директоры Б. Ә. Ғәлин мәктәпкәсә төркөмдәрҙә башҡарылған ремонттан бик ҡәнәғәт. Хәҙерге ваҡытта баҡса хеҙмәткәрҙәре көсө менән учреждениены ремонттан һуң тәртипкә килтереү, буяу эштәре башҡарылыуын билдәләп үтте. «Тәҙрәләр тулыһынса яңыртылды, инде ҡыйыҡты алмаштырыу мәсьәләһе лә иғтибарға алынһа, бик шат булыр инек. Йылдарҙың ҡоро килеүе генә түбәнән һыу ағыуҙы ҡурсалап килә. Иҫке шифер япма һуңғы ҡойма ямғырға бөтөнләй ҡаршы тора алманы», – тине Бәшир Әҡсән улы.
Ошо уҡ төҙөүселәр бригадаһы «Аныҡ эштәр» проекты сиктәрендә Яҡтыкүл ауылындағы «Рябинушка» балалар баҡсаһында ла пластик тәҙрәләр ҡуйған.