+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
8 Август 2020, 10:15

Асҡар-Сибай юлы ремонтлана

Юл ремонт-төҙөлөш идаралығы эшселәре Асҡар-Әлмөхәмәт-Сибай юлын ремонтлай башланы.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Юл ремонт-төҙөлөш идаралығы эшселәре Асҡар-Әлмөхәмәт-Сибай юлын ремонтлай башланы.
Әлмөхәмәткә илткән юлдың насар булыуына был тарафтарҙа йәшәүселәр күптән зарлана. Айырыуса Сибай ҡалаһында белем алыусы студенттар һәм Сибай интернат-гимназияһында уҡыусы балалар яфа сикте. Ниһайәт, автобус водителдәренең һәм пассажирҙарының аҙапланыуҙарына сик ҡуйыласаҡ — алама юл участкаһына эшселәр һәм идаралыҡ техникаһы эш башланы. Юл төҙөлөш һәм ремонтлауҙың заказсыһы Башҡортостан Республикаһының юл хужалығы идаралығы, подрядсыһы--«Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте.
-Трассаны төҙөкләндереү өс этапта үтәсәк, - ти Әбйәлил юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөү идаралығының производство-техник бүлеге начальнигы Рифат Баймурзин. — 80 миллион һумға баһаланған беренсе этапта юлдың 6400 метры ремонтланасаҡ. Киләһе йыл дауам итәсәк икенсе этапта тағы 6000 метр юл арауығы төҙөкләндереләсәк. Дөйөм алғанда 18 саҡрым юлды ремонтлау планлаштырыла.
Райондың Байым, Покровка ауылдары тарафтарында юлдарҙы төҙөкләндергән эшселәр һәм махсус техника эштәрен тамамлау менән яңы объектҡа йүнәлтеләсәк.
Был эштәрҙең барыһы ла “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә атҡарыла.
Читайте нас: